Эстәлеккә күсергә

Хәбирова Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәбирова Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 август 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (96 йәш)
Тыуған урыны Татар Малаяҙы ауылы, Мәсәғүт кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип, ғалим
Эшмәкәрлек төрө травматология[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт медицина институты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
"СССР-ҙың уйлап табыусыһы" күкрәк билдәһе

Хәбирова Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙы (17 август 1928 йыл) — травматолог-ортопед-ғалим, медицина фәндәре докторы (1982. Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы (1985), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969) һәм СССР уйлап табыусыһы (1986).

Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙы Хәбирова 1928 йылдың 17 авгусында Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны Малаяҙ (хәҙерге Салауат районы) Татар Малаяҙы ауылында тыуған[1]. Малаяҙ урта мәктәбен тамамлағандан һуң, 1956 йылға саҡлы Башҡорт дәүләт медицина институтында юғары һөнәри белем алған.

1956 йылдан, БДМИ-ны тамалағандан һуң, Башҡортостанда, Туймазы үҙәк район дауаханаһында, артабан, 19581961 йылдарҙа Татарстанда, Баулы үҙәк район дауаханаһында эшләй.

19621987 йылдарҙа Ҡаҙан ортопедия һәм травматология фәнни-тикшеренеү институтында (19821986 йылдарҙа бүлек мөдире) хеҙмәт итә. 1960 йылдан Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһының «Восстановительная травматология и ортопедия» фәнни-тикшеренеү институтында (НИЦ) эшләй.

Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙының ғилми эшмәкәрлеге даими аяҡ-ҡулдарҙың йомшаҡ һәм һөйәк туҡымаларына магнит яҫылығының тәьҫирен өйрәнеүгә, берләштерелгән һәм күп һанлы һыныуҙарҙы диагностикалау һәм һауыҡтырыу дауалауын камиллаштырыуға, быуын зарарланыуын дауалау ысулдарына бағышланған. Хәбирова ҡатнашлығында ҡулбаш һөйәгенең проксималь бүлеге һыныуын, торба һымаҡ оҙон суҡтар остеомиелитын хирургик дауалау ысулы, быуындар һыныуын дауалау ҡоролмаһы ентекләп эшләнгән. 90-дан артыҡ ғилми хеҙмәт һәм 3 уйлап сығарыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Татар АССР-ының атҡаҙанған врачы (1985),
  • СССР һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы (1969),
  • СССР-ҙың уйлап сығарыусыһы (1986).
  1. Башкирская энцкиклопедия — Хабирова Галима Фаткулловна 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 август 2018)
  • Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998—703 с.
  • Труды по магнитотерапии.