Эстәлеккә күсергә

Хәмиҙуллина Миңлегөл Фәрхит ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәмиҙуллина Миңлегөл Фәрхит ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1932
Тыуған урыны Миндеш ауылы, Ишембай ауыл советы, Салауат районы
Вафат булған көнө 21 июнь 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Һөнәр төрө һауынсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Хәмиҙуллина Миңлегөл Фәрхит ҡыҙы (1932 — 21.06.2022) — һауынсы, малсы, күп тапҡыр социалистик ярыш еңеүсеһе, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1979, 1981)

Миңлегөл Фәрхит ҡыҙы Хәмиҙуллина БАССР-ҙың Салауат районы Ишембай ауыл советына ҡараған Миндеш ауылында тыуған, биш бала тәрбиәләп үҫтергән.

Ғүмер буйына (һуңғараҡ) «Восток» колхозы тип үҙгәртелгән Чкалов колхозында һауынсы, быҙау ҡараусы булып эшләй. «Восток» колхозының чемпион-һауынсыһы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Күп тапҡыр «Юғары етештереү күрһәткестәре өсөн» социалистик ярыш еңеүсеһе була. Урындағы Советтарға депутат итеп һайлана.

Күп тапҡырҙар социалистик ярыш еңеүсеһе була. 1995 йылда ғына хаҡлы ялға китә.

Намыҫлы һәм маҡтауғы лайыҡ хеҙмәте өсөн 1979, 1981 йылдарҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, күп һанлы миҙалдар һәм Почёт грамоталары менән бүләкләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1979).
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981)
  • Салауат районының почётлы гражданы