Цилкани соборы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Цилкани соборы
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Мцхета-Мтианети
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Святой покровитель Мәрйәм Инә[d]
Карта
 Цилкани соборы Викимилектә

Цилкани соборыГрузия:ტაძარი წილკნის ღვთისმშობლის), грузин православие сиркәүе, Грузияла Мцхета-Мтианети төбәгенең Цилкани ҡасабаһында урынлашҡан. Башта дүртенсе быуатта төҙөлөп урта быуаттарҙа бер нисә тапҡыр реконструкциялана. Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән[1]

Торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Цилкани соборы тарихи Мцхета ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай урынлашҡан. Археологик табылдыҡтар, шулай уҡ диуарҙарында грек яҙыуҙары менән IV-V быуаттың христиан төрбәһе иғтибарға лайыҡ.[2]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Одигитрия Цилканский.

Тәүҙә сиркәү өс нефлы базилика булараҡ планлаштырыла, ахыр сиктә ун икенсе йәки ун өсөнсө быуатта көмбәҙ менән сиркәү итеп үҙгәртелә. XVI-XVII быуатта реконструкциялана. Собор архиепископ Цилканскийҙың резиденцияһы булған.

Собор хөрмәтле Богородица Одегетрия Цилканскаяның, туғыҙынсы быуатта ҡулында сабый менән Божья Матерь иконаһының йорто була[3]. Икона ун икенсе быуат башында яынан буяла һәм тергеҙелә. 1926 йылда икона Тбилисиҙағы Грузияның Милли музейына тапшырыла[4]

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оборона башняһы һәм манараһы.

28 х 24 м ҙурлыҡтағы әлеге сиркәү таш блоктарҙан төҙөлгән, ярым түңәрәк апсида һәм дүрт үҙаллы колоннаға таянған үҙәк көмбәҙ менән квадрат бинанан ғибәрәт. Көмбәҙҙең нигеҙендә 12 тәҙрә уйылған. Эске өлөшөндә 10 тәҙрә бар. Сиркәүҙең өс инеү урыны бар. Сиркәүҙә стена биҙәктәренең ҡалдыҡтары һаҡланып ҡалған, улар ун бишенсе һәм ун һиҙенсе быуаттарға ҡарай.

Собор ун һигеҙенсе быуат аҙағының 58 × 72 м таш стенаһы менән уратып алынған. Стена көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай кирбес арка менән ишек эргәһенән үтә, XIX быуаттың алты ҡырлы манараһы менән ослана.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «List of Immovable Cultural Monuments» (en georgià). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. [Consulta: 25 juliol 2019].
  2. Gamkrelidze, Gela; Mindorashvili, Davit; Bragvadze, Zurab; Kvatsadze, Marine. «Tsilkani [წილკანი]». A: ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი (Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia)) (en georgià). Tbilisi: Georgian National Museum, 2013, p. 611–612. ISBN 978-9941-15-896-4
  3. Vasilakē, Maria. Images of the Mother of God: Perceptions of the Theotokos in Byzantium, p. 196, Ashgate publishing Co, Burlington, Vermont, ISBN 0-7546-3603-8}}
  4. Alibegashvili, Gaiane; Volskaja, Aneli. «The Icons of Georgia». A: The Icon. Nova York: Alfred A. Knopf, 1982, p. 89.