Чатал-Оба ҡурғандары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чатал-Оба ҡурғандары
Ил: Рәсәй
Бейеклеге: 4 метр
Төҙөлөү датаһы: урта бронза дәүере
Артефакттар: алтын сармат биҙәүестәре
Чатал-Оба ҡурғандары (Ер)
Точка

Чатал-Оба ҡурғандары Ростов өлкәһенең Мясниковский районы Чалтырь ауылына ингән ерҙә урынлашҡан археологик объекттар[1]. Тикшеренеүселәр көньяҡ һәм төньяҡ ҡурғандарҙы айыра[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тикшеренеүселәр уларҙы урта бронза дәүере осоронда нигеҙләнгән, тип фаразлай. Көньяҡ ҡурған территорияһында археологик ҡаҙыныу эштәрен 1996 йылда билдәле археолог Евгений Иванович Беспалов[3] алып бара. Тикшеренеүҙәр ваҡытында өс төп өйөм һәм бик күп ҡәберлектәр булыуы теркәлә. Уларҙың икеһе бронза быуатының — һуң, тағы ла туғыҙы урта бронза дәүеренә ҡарай. Бер ҡәберлек XVIIXVIII быуат осороноҡо тип иҫәпләнә. Ҡурған территорияһында ҡаҙыныу эштәре алып барғанда тегеп ҡуйыла торған сармат биҙәүестәре табыла[4]

2001 йылда төньяҡ ҡурғанды тикшереү менән РРО ВООПИиК археологик экспедицияһы шөғөлләнә. Һөҙөмтәлә биш төп өйөм, 18 ҡәберлек табыла, уларҙың 16-һын тикшеренеүселәр урта бронза быуаты дәүеренә индерә. Шулай уҡ ҡыпсаҡтарҙың таш ҡоймалы ғибәҙәтханаһы, иртә сармат һәм бәшәнәктәр осороноң ҡәберлектәре табыла[2].

Һүрәтләнеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чатал-Оба ҡурғандарының хәҙерге бейеклеге 4 метрға етә, элек уларҙың башҡаса булыуы ла ихтимал. Дон әрмәндәре был ҡәберлектәрҙе бик йыш «курган — вилка» тип атай. Улар Ҡоро Чалтырь йырынының уң ярындағы убала урынлашҡан. Чатал-Оба ҡурғандары ырыу зыяраты булған тигән ҡараш та йәшәй. Катакомбаларҙа табылған ҡәберлектәр урта бронза дәүеренә ҡарай. Иртә катакомбаларҙа табылған ерләү кострукциялары ҡалдыҡтарында ағас ҡаҙыҡтар осрай.[2]. Ҡайһы бер экспонаттар, Танаис археологик музей-ҡурсаулығы коллекцияларында күрһәтелә[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Мясниковский район
  2. 2,0 2,1 2,2 П.
  3. Штрихи к портрету археолога Е. 2017 йыл 8 март архивланған.
  4. «Донского Шлимана» погубило древнее золото скифов.
  5. Археологический музей-заповедник Танаис 2017 йыл 8 март архивланған.