Черногорияла ҡатын-ҡыҙҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ярослав Чермак. «Черногорка» 1865 йыл

Ҡатын-ҡыҙҙар Черногорияла йәмғиәт тормошонда мөһим роль уйнай. Хәҙерге йәмғиәттә быуаттар элекке хәл менән сағыштырғанда ҡатын- ҡыҙҙарға ҡарата ихтирамлыраҡ мөнәсәбәт күҙәтелә[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Черногория йәмғиәтендә ҡатын-ҡыҙҙар ролен иң тәүге һүрәтләүҙәрҙең береһен «Нью-Йорк Таймс» гәзите бирә, 1880 йылдың 5 ноябрендә, ирониялы рәүештә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр баҫыуҙа эште тигеҙ бүлешкән булһа ла, ҡатын-ҡыҙ ире йыйған бөтә әйберҙәрҙе күсеп йөрөгәндә үҙе йөрөтә, тип билдәләй. Шул уҡ гәзит яҙғанса , ҡатын-ҡыҙҙар йорт хужалығын алып бара, бәйләү һәм үреү менән шөғөлләнә . Нидерланд яҙыусыһы Генри Ван дер Мандере Черногория йәмғиәтендә ҡатын-ҡыҙҙың ролен тағы ла тәнҡитлерәк баһалай: ул, ҡатын ғәмәлдә хоҡуҡһыҙ һәм ире артынан йөк ташырға ғына бурыслы, ә ҡыҙы атаһының ихтыярына буйһонорға тейеш, тип раҫлай; ҡатынды ирҙәр менән бер өҫтәл артында ултырырға рөхсәт ителмәгән ҡол һәм йөк ташыусы хайуан менән сағыштыра.; Черногория ҡыҙҙарының матурлығы иһә улар кейәүгә сыҡҡас, иреп бөтә. Антрополог Зорка Милич әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙға ҡарата мөнәсәбәт уның күпме улдары һәм ҡыҙҙары булыуына бәйле: күп улдары булған ҡатын-ҡыҙҙар хөрмәт менән файҙаланған.[2]

Югославияның Халыҡ-азатлыҡ һуғышынан һуң, ҡатын-ҡыҙҙарға урта һәм юғары белем алыу, ижтимағи-сәйәси тормошта ҡатнашыу хоҡуғы бирелгәс, хәл үҙгәрә, ләкин шул уҡ ваҡытта оло быуын вәкилдәре араһында ҡатын-ҡыҙ тәү сиратта хужалыҡ һәм балалар хаҡында хәстәрлек күрергә бурыслы тигән инаныуҙар көслө булып ҡала.[3]

Йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙарҙың роле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Черногория ҡатын-ҡыҙҙары донъяла иң бейек (уртаса буйы 171 см) тип иҫәпләнә[1]. Фертильлек рейтингында (бер ҡатынға балалар һаны), Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәр буйынса, 2002 йылдан 2010 йылға тиклем кәмеү күҙәтелә (2002 йылда 1,77-нән 2010 йылда 1,66-ға тиклем). Черногорияның хәҙерге ҡануниәтенә ярашлы, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тиң хоҡуҡлы. Шулай уҡ бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, йәшенә ҡарамаҫтан, тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә бер тигеҙ хоҡуҡҡа һәм мөмкинлеккә эйә булырға тейеш; уларға иһә көс ҡулланыуҙан (шул иҫәптән енси яҡтан) яҡлау гарантиялана.[4].

Төбәккә ҡарап, ҡатын-ҡыҙҙар Черногория йәмғиәтенең консерватив патриархаль өлөшөндә лә, хәҙерге, матриархаль өлөшөндә лә йәшәй ала. Ғаиләлә, ҡағиҙә булараҡ, ир-ат етәкселек итә, ә ҡатын-ҡыҙ уға хужалыҡ алып барырға ярҙам итә. «Әл-Джазира» телеканалы һүҙҙәре буйынса, борон Черногория йәмғиәтендә ҡыҙ баланың тыуыуы һәр ваҡыт та хупланмаған, сөнки ырыуҙы ир бала дауам итергә тейеш була, һөҙөмтәлә аборттар башлана, улар бөгөнгө көнгә тиклем дауам итә. Әммә консерватив даирәләр бындай ғәмәлдәргә ҡаршы көрәшә, аборттарҙы тыйырға саҡырып социаль реклама индерә.[1].

Билдәле черногорҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Елена Черногорская (1873—1852), Черногория принцессаһы, Италия королеваһы Виктор Эммануил III менән никахта.
  • Дивна Векович (1886—1944), Черногорияла беренсе ҡатын-ҡыҙ табип һәм тәржемәсе (Петр II Петрович-Нжегостың «Тау тажы» поэмаһының һәм Йован Йованович-Змай шиғырҙарының французса тәржемәһе авторы)[5].
  • Югославия халыҡ-азатлыҡ һуғышында фашизмды еңеүгә индергән өлөшө өсөн һигеҙ ҡатын-ҡыҙ Югославия халыҡ геройы исеменә лайыҡ була:
    • Джина Врбица;
    • Милица Вучинич;
    • Елица Машкович;
    • Вукица Митрович;
    • Вукосава Мичунович;
    • Добрила Ойданич;
    • Любица Попович;
    • Елена Четкович;
  • Дамьянович Саня (1976), ядро физигы, физика фәндәре кандидаты, 2016 йылдан мәғариф министры.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Montenegrin people. PANACOMP. Дата обращения: 18 ноябрь 2013. Архивировано 3 февраль 2014 года.
  2. / Отношение полов в Черногории имеет свои особенности
  3. /Черногория халҡы. Этник төркөмдәр (инг.)
  4. Montenegro commits to implementing national plan and law towards equality in all areas 2023 йыл 12 апрель архивланған. (инг.)
  5. Martinović M. and Jokanović V. Divna Veković (1886-1944)--the first woman physician in Montenegro (инг.) // Med Pregl : journal. — Т. 59. — С. 391—393. — DOI:10.2298/mpns0608391m — PMID 17140043.