Чжоу Сюань
Чжоу Сюань | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Ҡытай Республикаһы[d] Ҡытай |
Тыуған көнө | 1 август 1918 или 1 август 1920 |
Тыуған урыны | Чанчжоу[d], Цзянсу[d], Бэйянское правительство[d] |
Вафат булған көнө | 22 сентябрь 1957 |
Вафат булған урыны | Шанхай, Ҡытай |
Ерләнгән урыны | Шанхай |
Һөнәр төрө | йырсы, актёр |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Чжоу Сюань Викимилектә |
Чжоу Сюань(ҡыт. трад. 周璇, ингл. Zhou Xuan, Chow Hsuan; 1 август 1918 йыл — 22 сентябрь 1957 йыл) — полуляр ҡытай йырсыһы һәм актёры. 1940 йылдарҙа «ете иң бөйөк йырсыларҙың береһе»[2] , бәлки, иң танылғанылыр ҙа, сөнки ул бер үк ваҡытта киноға ла төшөргә өлгөрә. Үҙ карьераһында ул 200-ҙән ашыу йыр яҙҙыра, 40-тан ашыу фильмда төшә[3].
Балалыҡ йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Су Пу (тыуғанда бирелгән исеме Чжоу Сюань) бәләкәй генә сағында уҡ ата-әсәһенән айырылған була һәм икенсе ғаиләлә тәрбиәләнә. Ғүмер буйы ул туғандарын эҙләй, әммә уның килеп сығышы тик үҙе үлгәндән һуң ғына асыҡлана[4]. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, уның туғандарының береһе, опиум ҡулланыуға әүәҫләнеп ала һәм 3 йәшлек Пуҙы икенсе бер ҡалаға алып барып, Ван ғаиләһенә һата. Был ғаиләлә ҡыҙға Ван Сяохун тип яңы исем бирәләр. Артабан уны Чжоу ғаиләһе ҡыҙлыҡҡа ала, һәм улар ҡыҙҙың исемен Чжоу Сяохун тип үҙгәртәләр[5].
13 йәшендә ул Чжоу Сюань тигән ижади псевдоним ала («сюань» (ҡыт. трад. 璇) буйынса, «аҫыл нефрит» тигәнде аңлата).
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1932 йылдарҙа Чжоу Сюань Bright Moonlight Song and Dance труппаһы составында сәхнәлә сығыш яһай башлай. Ун дүрт йәшендә Шанхай йырсылар конкурсында ике тапҡыр призлы урынға лайыҡ була, һәм уны юғары ноталарҙы еңел алғаны өсөн «Алтын тауыш» (ҡыт. трад. 金嗓子) тип йөрөтәләр. 1935 йылда Чжоу кинола төшә башлай һәм граммофон дәүеренең иң танылған һәм ҙур һорау менән ҡулланған артистарҙың береһенә әйләнә, үҙ фильмдарынан иң популяр йырҙар башҡарып, вафатына тиклем ул ошо юғары исемдәрҙе һаҡлап ҡала.
1937 йылда ул режиссёр Юань Мучжиҙың «Урам фәрештәһе» фильмында төп ролде башҡарып, барыһы тарафынан да ҡабул ителгән кино йондоҙо булып китә.
1946—1950 йылдарҙа Чжоу Сюань йыш ҡына Гонконгта була, ул « Бар булмышты алыр мөхәббәт» (ҡыт. трад. 長相思), 花外流鶯, 清宮秘史, «Йәйғор йыры»(ҡыт. трад. 彩虹曲) фильмдарын төшөрөүҙә ҡатнаша. Тамашасылар хөкүменә 1949 йылда «Шанхай төндәре» (ҡыт. трад. 夜上海) фильмын тапшырып, Чжоу Шанхай ҡайта. Шунан һуңғы бер нисә көндә ул нервы өйәнәге сире менән йыш ҡына яфанғанлыҡтан, психиатрик клиникала дауалауаланып ала. Чжоуҙың тормошо ярайһы уҡ ҡатмарлы була: ғаилә тормошо ла яйға һалынмай, никахһыҙ бала таба, бер нисә тапҡыр үҙ-үҙенә ҡул һалыуға ла барып етә.
43 фильмда төшһә лә, Чжоу Сюань үҙенең иң яратҡан фильмы тип «Урам фәрештәһе» фильмын һанай. Был кинокартинала Чжоу Сюань ике йыр башҡара: Four Seasons Тусовка (ҡыт. трад. 四季歌) һәм The Wandering Songstress — улар ҙур популярлыҡ яулай.
Үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чжоу Сюань 39 йәшендә Шанхай психиатрия дауаханаһында вафат була[6]. Сираттағы нервы өйәнәгенән һуң барлыҡҡа килгән энцефалит уның үлеменең сәбәбе булыуы ихтимал.
Чжоу Сюандың ике улы бар: Чжоу Вэнь[7] һәм Чжоу Вэй — улар икеһе ике атанан. Чжоу Вэнь биографияһына ярашлы, уның ҡустыһы Тан Диҙың (ҡыт. трад. 唐棣) улы, ә Вэнь үҙенең атаһы билдәһеҙ, тип иҫәпләй.
Чжоу Вэй әлеге көндә Торонтола йәшәй, ваҡыты-ваҡыты менән метрола сығыш яһай һәм төрлө музыкаль проекттарҙа ҡатнаша. Ул флейтасы булараҡ билдәле[8][9]. Уның ике ҡыҙы бар, икеһе лә музыка менән шөғөлләнә. Өлкән ҡыҙы, Чжоу Сяосюань, — классик пианист, Конкордий университетында белем алған, Пекинда йәшәй.
Мәҙәни мираҫы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чжоу Сюань башҡарыуындағы йырҙар элекке ҡытай йырҙары йыйынтығының мотлаҡ өлөшө булып тора.
Чжоу Сюань тураһында уның улдары тарафынан ике биографик материал баҫтырып сығарыла: Чжоу Вэй ҡатыны Чан Цзин (ҡыт. трад. 常晶) менән берлектә сығарған — «Минең әсәйем Чжоу Сюань» (ҡыт. трад. 我的媽媽周璇); «Чжоу Сюань көндәлеге» тигән икенсе китапты Чжоу Вэнь яҙған.
Биография буйынса бәхәс
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чжоу Вэнь әсәһе биографияһының үҙ версияһын баҫтырып сығарғас, Чжоу Вэй уны көндәлектәрҙе һәм документтарҙың күсермәһен, Чжоу Сюандың образын боҙоп күрһәтеү өсөн тотонған тип, ялғанлауҙа ғәйепләй. Шулай уҡ Чжоу Вэндең бала саҡтан уҡ Чжоу Вэйҙы күрә алмауы асыҡлана. Вэнь тыуғас та уҡ икенсе ғаилә тарафынан уллыҡҡа алына һәм насар йоғонтоға бирелә. Бының һөҙөмтәһендә, Вэй Чжоу Сюандың рәсми вариҫына эйә була, ә Вэй бер нәмәһеҙ тороп ҡала[10].
Телевидение
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1989 йылда TVB-ла Bird Тусовка телесериалы сығы, ул Чжоу Сюань һәм уның һөйгәне тураһында һөйләй. Ролдәрҙе Надя Чан һәм Леон Лай башҡара. Сериалда Чжоу Сюань йырҙары кантон диалектына тәржемә ителә һәм улар Чан башҡарыуында яңғырай. Телевидениелағы дуэт башҡарышын Лай йырлай, ләкин яҙмала Дерик Ван Чандың партнер була.
Чжоу Сюандың Чжоу Вэй яҙған биографияһы ҡытай телендәге «Чжоу Сюань» сериалында экранлаштырыла, унда төп ролде Сесилия Чэунсюань башҡара. Чжоу Вэй сериал сығарыусыларҙы китаптың интерпретацияһын дөрөҫ бирмәүҙә һәм ғаиләһенә зыян килтереүҙә ғәйепләй[11].
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-ара исемдәре һатыуға сыҡҡан фильмдары өсөн генә килтерелде; һатыуға сыҡмағандарына ҡаралған урын буш ҡалдырыла.
Год | Русса исеме | Ҡытайса исеме | Халыҡ-ара исеме | Ролдәре |
---|---|---|---|---|
1935 | 花烛之夜 | 婢女宝玲 | ||
风云儿女 | ||||
美人恩 | A Beauty’s Kindness | |||
狂欢之夜 | ||||
1936 | 化身姑娘 | A Girl Incarnate | ||
百宝图 | 100 Precious Pictures | |||
喜临门 | ||||
1937 | 女财神 | Goddess of Wealth | ||
满园春色 | Spring is Everywhere | |||
三星伴月 | Three Stars Beside the Moon | |||
Ангел с улицы | 马路天使 | Street Angel | Сяо Хун | |
1939 | 新地狱 | A New Hell | ||
孟姜女 | Meng Jiangnü | |||
李三娘 | Li Sanniang | |||
七重天 | Seven Important Days | |||
董小宛 | Dong Xiaowan | |||
1940 | 孟丽君 | Meng Lijun | ||
苏三艳史 | The Amorous History of Su San | |||
西厢记 | Tale of the West Chamber | |||
黑天堂 | Dark Heaven | |||
三笑 | Three Smiles | Цю Сян | ||
1941 | 梦断关山 | Broken Dreams on Mount Guan | ||
解语花 | The Communicators | |||
天涯歌女 | Songstress at the End of the Earth | |||
夜深沉 | Darkest Night | Юэ Жун | ||
梅妃 | Concubine Mei | |||
恼人春色 | Annoying Spring Scenery | |||
1943 | Дочь рыбака | 渔家女 | Daughter of the Fisherman | |
1944 | Сон в красном тереме | 红楼梦 | Dream of the Red Chamber | |
鸾凤和鸣 | Happy Marriage | |||
1945 | 凤凰于飞 | Cry of the Birds | ||
1946 | 各有千秋 | We Each Have Our Strong Points | ||
1947 | 长相思 | An All-Consuming Love | ||
Ночлежка | 夜店 | Night Inn | ||
忆江南 | ||||
1948 | 歌女之歌 | Song of Songstress | ||
Печали Запретного города | 清宫秘史 | Sorrows of Forbidden City | Чжэньни | |
花外流莺 | Orioles Banished from the Flowers | |||
1949 | 莫负青春 | Waste Not Our Youth | ||
1950 | 花街 | |||
1953 | 银海千秋 | |||
彩虹曲 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Baidu. «Baidu 2007 йыл 12 март архивланған..» Bai Guang. Retrieved on 2007-04-28.
- ↑ Emilie Yueh-yu Yeh. Chapter 12 - China // The International Film Musical (Traditions in World Cinema). — ISBN 978-0748634767.
- ↑ 周璇身世越发离奇 原名苏璞竟是苏轼后人 .
- ↑ "Golden Voice" Zhou Xuan . China Radio International (2004-3-31). 2016 йыл 3 март архивланған.
- ↑ Atkins, Taylor. Jazz Planet. — University Press of Mississippi, 2003. — ISBN 1-57806-609-3.
- ↑ 周璇两儿子爆出几十年恩怨纠葛(图) 2004 йыл 12 июль архивланған.
- ↑ 越洋连线专访周璇次子周伟:真实的周璇 (图)
- ↑ «地铁王子»---周璇之子在加拿大 2012 йыл 13 июль архивланған.
- ↑ Zhuo Wei. 周璇两子为何结怨半生 几十年恩怨纠葛后的秘密 . netandtv.com (9 июль 2004). 2005 йыл 25 май архивланған.
- ↑ 张淳. 张柏芝版"周璇"面目全非 周家后人三大不满 . Xinhua News (28 март 2006).