Шаимова Маһинур Әйүп ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шаимова Маһинур Әйүп ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 14 июнь 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Биҡҡол, Яратҡол ауыл биләмәһе, Арғаяш районы, СССР
Вафат булған көнө 25 ноябрь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (86 йәш)
Һөнәр төрө йырсы

Шаимова Маһинур Әйүп ҡыҙы — (14 июнь 1905 йыл25 ноябрь 1991 йыл), халыҡ йырсыһы. Бәйеттәр, мөнәжәттәр, сеңләүҙәр һәм башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы. Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалендә ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Бикҡол ауылынан.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маһинур Әйүп ҡыҙы Шаимова 1905 йылдың 14 июнендә тарихи Башҡортостандың Ырымбур губернаһына ҡараған Биҡҡол ауылында (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) тыуған.

Был ерҙә ҡаратабын һәм әй ырыуы башҡорттары бик борондан йәшәгән. Тарихҡа инеп ҡалған шәхестәрҙең береһе — Ҡаратабын улусы старшинаһы тархан Таймаҫ Шаимов. 1730 йылда ул императрица Анна Иоанновна һарайында ҡабул ителгән.


Тормош юлы һәм ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыуған ауылы Бикҡолда башланғыс белемгә эйә булған.

Бала сағынан мөкиббән китеп халыҡ ижадын өйрәнгән. Өләсәләренән, яҡын кешеләренән башҡорт халыҡ йырҙарын отҡан, һәр йырҙың тарихын яттан белгән.

Бәйет һәм мөнәжәттәр башҡарыу оҫтаһы.

Маһинур Әйүп ҡыҙын ауыл туйҙарына сеңләүҙәр башҡарырға саҡырылған.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 15 октябрьда 1985 йылда Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалендә "Московская осень" ҡатнашҡан .

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]