Шайбалы хоккей буйынса Беларусь йыйылма командаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шайбалы хоккей буйынса Беларусь йыйылма командаһы
Файл:FHRB logo.png
Федерация

Беларусь Республикаһының Хоккей федерацияһы

Тренер

Канада флагы Льюис Дэйв

Капитан

Стась Андрей Леонидович

Бомбардир

Калюжный Алексей Николаевич(48+86)

Игры
Беренсе уйын

Украина Украина 4:1 Беларусь Беларусь
(7 ноябрь, 1992, Минск)

Иң ҙур еңеү

Беларусь Беларусь 21:1 Литва Литва
(30 август, 1996, Рига)

Иң ҙур еңелеү

Финляндия 11:2 Беларусь Беларусь
(7 апрель, 1997, Миккели)
Канада флагы Канада 11:2 Беларусь Беларусь
(19 март, 1998, Ллойдминстер)
Канада флагы Канада 9:0 Беларусь Беларусь
(14 май, 2015, Прага)

Хоккейная форма
Донъя чемпионаты
Уңыштар

6-сы урын(2006)

Олимпия уйындары
Уңыштар

4-се урын (2002)

hockey.by


Шайбалы хоккей буйынса Белоруссияның йыйылма командаһы, халыҡ-ара турнирҙарҙа Беларус Республикаһының данын яҡлаусы төркөм. Беренсе матчын ул 1992 йылдың 7 ноябрендә үткәрә. Донъя чемпионатында иң яҡшы һөҙөмтә — 2006 йылда 6-сы урын, Олимпия уйындарында — 2002 йылда 4-се урын. Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингы буйынса 9-сы урынды биләй.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1992 йылғы Олимпия уйындарында Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берекмәһенең йыйылма командаһы ҡатнашҡандан һуң, элекке союздан республикаларҙа милли командалар ойошторола башлай. [Рәсәй командаһы, СССР-ҙың вариҫы булараҡ, донъя Чемпионатында туранан-тура «А» төркөмөнә инә, ә башҡаларға дивизиондың иң түбәнге баҫҡысынан — «С» төркөмөнән башларға тура килә.

Йыйылма команданың тәүге рәсми уйыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белоруссияның йыйылма командаһы үҙенең тәүге матчын 1992 йылдың 7 ноябрендә донъя чемпионатында Украина командаһы менән үткәрә һәм унан 1:4 иҫәбенә отола.

Был уйындағы команда составы: Леонид Фатиков, Олег Хмыль, Олег Романов, Сергей Стась, Александр Алексеев, Олег Леонтьев, Дмитрий Ничиухин, Эдуард Дьяконов, Дмитрий Панков, Василий Панков, Вадим Бекбулатов, Эдуард Занковец, Аркадий Павлюченко, Владимир Каленицкий, Юрий Файков, Артур Аминов, Андрей Андриевский, Андрей Кошкин, Игорь Ковалевский[1].

Икенсе көнөндә тәүге тапҡыр Александр Гаврилёнок һәм Сергей Шитковский сыға.

«А» төркөмөнә юл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990-сы йылдар уртаһында донъя чемпионатының түбәнге дивизионында көнәркәшлек көслө була — Белоруссия, Ҡаҙаҡстан, Латвия дәүләттәренең командалары өҫкө баҫҡысҡа күтәрелеү өсөн тырыша. Белорус командаһының тәүге ынтылышы уңышһыҙлыҡҡа юлыға. 1994 йылда Словакияның Попрада ҡалаһындағы хәл иткес уйында улар хужаларға 1:2 иҫәбенә отола. 1995 йылда Ҡаҙаҡстан, Украина командаларын үтеп "В" төркөмөнә инеүгә өлгәшә. Киләһе баҫҡысҡа күтәрелеү өсөн тағы ике йыл талап ителә. 1996 йылда Нидерландтың Эйндховен ҡалаһында Латвия менән Бөйөк Британия командаларынан отола. 1997 йыл белорустар өсөн уңышлы була. Апрель айында Польшаның Сосновец ҡалаһында Анатолий Варивончик етәкселегендә улар "А" төркөмөнә сыға. Бынан ике ай алдараҡ Австрияның Инсбрук ҡалаһында үткән турнирҙа Ҡаҙаҡстан менән Норвегияның йыйылма командаларын еңеп, 1998 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыу хоҡуғын яулай.

2002 Олимпия уйындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Матч Белоруссия — Финляндия на Олимпийских играх 2002 года

2002 йылдағы Солт-Лейк-Сити Олимпия уйындарында белорус командаһы Владимир Крикунов етәкселегендә үҙ тарихындағы иң ҙур уңышҡа өлгәшә. 20 февралдә Вест-Вэллей боҙонда улар сирек финалда Швеция командаһын еңеп, ярым финалға сыға. Журналистар был осрашыуҙы боҙҙағы икенсе мөғжизә тип атай[2][3].

Төньяҡ Америка тренерҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2005 - 2009 йылдарҙа йыйылма командала Төньяҡ Америка тренерҙары эшләй. 2005, 2009 йылдарҙағы хоккей буйынса Донъя чемпионаттарында Канаданан Глен Хэнлон етәкләй. 2007, 2008 йылдарҙа - америкалы Курт Фрэйзер. Белорус командаһы Хэнлон етәкселегендә иң көслө һигеҙ команда араһына инә. Бындай юғары рейтинг уларға 2010 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында туранан-тура ҡатнашыу мөмкинлеген бирә.

Донъя чемпионаты - 2011[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылғы Донъя чемпионатында Белоруссияның йыйылма командаһы 29 апрелдә Канаданан 1:4 менән отола, 1 майҙа шундай уҡ иҫәпкә Швейцариянан еңелә. 3 майҙа белорустар овертаймда француздарҙан да еңелеп, өс уйындан бары бер мәрәй ала. Һөҙөмтәлә, икенсе этапҡа үтмәй һәм юғары девизионда үҙ урынын һаҡлау өсөн осрашыуҙар үткәрә. Тәүге матчта Австрияны 7:2 менән еңә. 7 майҙа Латвиянан 3:6 иҫәбенә отола, 8 майҙа Словения командаһынан 7:1 менән өҫкә сыға[4].

Һөҙөмтәлә, Юғары лигала ҡалып, чемпионатты 14-се позицияла тамамлай һәм донъя рейтингында 11-се урынға төшә. Иң яҡшы уйынсылар - Андрей Костицын, Дмитрий Коробов, Андрей Степанов, Андрей Михалёв, Михаил Грабовский, Евгений Ковыршин, Дмитрий Мелешко[5]. Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса, Белоруссия командаһы иң күп шайба ташлай - шуларҙың икәүһе аҙсылыҡта индерелә, ҡапҡаға һуғылғандар һаны буйынса өсөнсө урын (10,47 %), күпселекте оҫта файҙаланыуҙа бишенсе урын (37-нең 7), команда уйынына тамашасылар йөрөүе буйынса - 12-се урын (5 225 тамашасы)[6].

Чепионаттан һуң команданың тренеры итеп Кари Хейккиля тәғәйенләнә.

Донъя чемпионаты - 2012[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 йылғы Донъя чепионатында Белоруссияның йыйылма командаһы «H» төркөмөндә уйнай (Хельсинки). 7 матчтың алтыһында еңелә һәм чемпионатта 14-се урында була. Осрашыуҙар: 4 май 0:1 (Финляндия), 6 май 2:3 (Швейцария, 8 май 3:2 (Ҡаҙаҡстан), 10 май 3:5 (АҠШ), 12 май 1:5 (), 14 май 1:2 (Франция), 15 май 1:5 (Канада). Һөҙөмтәле уйынсылар Алексей Калюжный, Евгений Ковыршин, Михаил Грабовский, Алексей Угаров Дмитрий Коробов[7].

11 майҙа АҠШ менән осрашыуҙан һуң Андрей Мезин команданан китә[8] һәм ике ҡапҡасы ғына ҡала, 14 майҙа Франция менән уйында Виталий Коваль етди травма ала һәм Канада менән булған матчта өсөнсө ҡапҡасы Дмитрий Мильчаков ҡына уйнай. Виталий Коваль боҙҙа 266 минут 26 секунд була, ҡапҡаға һуғылған 163 шайбаның 150-һен кире ҡаға (92,02 %), Андрей Мезин - 69 минут 50 секундта 38-ҙең 35-ен (89,47 %), Дмитрий Мильчаков 81 минут 17 секундта 38 шайбаның 32-һен тота (84,21 %).

Турнирҙа команданың уйыны: аҙсылыҡта уйнау буйынса иң яҡшы һөҙөмтә (92,86 %), күпселекте файҙаланыу буйынса 15-се урын[9]. Бының менән команда 2013 йылғы Донъя чемпионатында ҡатнашыу мәмкинлеген ала.

Донъя чемпионаты - 2013[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылғы Донъя чемпионатында белорус командаһы ете уйындың алтыһында отола. Чехия - 0:2, Швеция - 1:2, Канада - 1:4, Норвегия - 1:3, Швейцария - 1:4, Дания - 2:3. Берҙән-бер еңеү Словения менән осрашыуҙа - 4:3. Команда башҡаларға 10 шайба индерә, үҙенекенә 21 шайба үткәрә. Һөҙөмтәлә, «S» төркөмөндә 7 урында була.

Һөҙөмтәле уйынсылар - Константин Кольцов, Александр Китаров, Евгений Ковыршин, Александр Кулаков, Алексей Угаров, Андрей Стась, Олег Горошко, Роман Граборенко, Алексей Ефименко, Андрей Филичкин, Вячеслав Андрющенко, Артём Демков, Дмитрий Мелешко, Евгений Соломонов, Илья Шинкевич.

Донъя чемпионаты - 2014[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылғы Донъя чемпионаты Минск ҡалаһында үтә. Глен Хэнлон етәкселегендәге Белоруссия йыйылма командаһы 7-се урынға сыға. Төркөм этабы уйындары буйынса белорустар Ҡаҙаҡстан, Швецария, Германия, Латвия, АҠШ командаларын еңә, Франция, Рәсәй командаларынан отола. Һөҙөмтәлә, В төркөмөндә өсөнсө урынды яулап, сирек финалға сыға. Бында ул Швеция командаһы менән уйнап, 2:3 иҫәбенә еңелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Прессбол. Хоккей. История неудач сборной. Награды за провал.
  2. Белоруссия: «Чудо на льду»-2. Спорт-Экспресс (22 февраль 2002). Дата обращения: 15 февраль 2010. Архивировано 23 февраль 2012 года. 2012 йыл 13 апрель архивланған.
  3. Хоккей. Белоруссия — Швеция. Мы в полуфинале. И это не мираж… Прессбол (21 февраль 2002). Дата обращения: 15 февраль 2010. Архивировано 23 февраль 2012 года.
  4. Статистика на официальном сайте IIHF  (инг.)
  5. Статистика команды на официальном сайте IIHF  (инг.)
  6. Итоговая статистика команд на официальном сайте IIHF  (инг.)
  7. Статистика команды на официальном сайте IIHF
  8. Кари Хейккиля: «Мезин сказал, что уходит» 2012 йыл 6 ноябрь архивланған.
  9. Статистика команд на официальном сайте IIHF  (инг.)