Шевченко урамы (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шевченко урамы
Таганрог
Дөйөм мәғлүмәт
Ил

Рәсәй

Төбәк

Ростов өлкәһе

Ҡала

Таганрог

Элекке исемдәре

Михайлов урамы
Туғыҙынсы буй урам

Оҙонлоғо

3610 м

Почта индексы

347900

картала

Яндекс. Картала
Карта Google-да


Шевченко урамы  — Таганрог ҡалаһының үҙәк тарихи өлөшөндәге урамы.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам тулыһынса ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан. Урам Чехов һәм Грек урамы (Таганрог) киҫешкән ерҙә башлана, унан һуң урам Гарибальди, Некрасов, Добролюбов, Украина, Тургенев һәм башҡа тыҡрыҡтар менән киҫешеп көнбайышҡа табан йүнәлә. Дон тыҡрығы менән киҫешкәндән һуң урам төньяҡ-көнбайышҡа табан борола, Красный, Комсомол, Гоголь һәм Смирнов тыҡрыҡтары менән киҫешә, шунан һуң Лагерь тыҡрығы менән киҫешкән ерҙә тамамлана.

Урамдың оҙонлоғо — 3610 м.

Өйҙәргә номерҙар ҡуйыу Чехов урамынан башлана.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урамға исем 1923 йылда шағир һәм рәссам Т. Г. Шевченко хөрмәтенә бирелә. Үҙенең элекке исеме — Михаил урамы — менән уның башында урынлашҡан Архангел Михаилдың ғибәҙәтханаһы (элекке Троицкий сиркәүе) айҡанлы аталған.

Урамда урынлашҡан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Изге Никольский сиркәүе — Шевченко урамы, 28 йорт;
  • «Таганрог» метео станцияһы — Шевченко урамы, 143.
  • Порт биналары, Таганрог порты ҡоролмалары һәм объекттары;
  • Үҙәк пляж — урамдың таҡ яғында.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]