Шинкоренко Екатерина Петровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шинкоренко Екатерина Петровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 5 декабрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Һарытау губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 30 сентябрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (71 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Победитель социалистического соревнования

Шинкоренко Екатерина Петровна (5 декабрь 1920 йыл) —(билдәһеҙ), совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Екатерина Петровна Шинкоренко 1920 йылдың 5 декабрендә Һарытау губернаһының Роледер ауылында (хәҙер Һарытау өлкәһе Маркс районы Раскатово ауылы) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Бөйөк Ватан һуғышы башында башлай. Һуғыш башланыу менән фронтҡа киткән ирҙәрҙе ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар алмаштыра. Екатерина ҡара таңдан ҡара кискә тиклем эшләй. Сусҡа фермаһына сусҡа балалары өсөн ҡоҙоҡтан һыуҙы, хатта ҡыш та, ҡул менән ташырға тура килә. Бер йылдан һуң ире менән һуғышта һәләк була, балалары менән яңғыҙы ҡала. Хужалыҡта һыйыр тота, тик өлөшләтә һөтөн һәм майын фронт өсөн бирергә тура килә. Һуғыштан һуң Краснодар крайының Тихорецкий районы «Большевик» сусҡа фермаһында эшләүен дауам итә. Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн, бик күп эшләргә тура килә. Әммә сусҡа ҡараусының тырышлығы лайыҡлы баһалана.

СССР Юғары Советы Президиумының 1957 йылдың 31 октябрендәге указы менән малсылыҡ продукттарын етештереүҙә өлгәшкән уңыштары һәм ауыл хужалығы продукцияһын дәүләткә һатыуҙы арттырыуы өсөн Екатерина Петровна Шикоренкоға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Екатерина Петровна алдынғы сусҡа ҡараусы булараҡ, күп тапҡыр СССР халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша. Почет грамотаһы, «Социалистик ярыш еңеүсеһе түш билдәһе менән бүләкләнә.

Производство менән бер үк ваҡытта, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Екатерина Петровна Шинкоренко бер нисә тапҡыр халыҡ депутаттарының ауыл, район советы депутаы итеп һайлана.

Хаҡлы ялға китеәндән һуң Тихорецкий районында йәшәй

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои Социалистического Труда Краснодарского края

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Трудовая слава Кубани. Под. ред. Н.Л.Заздравных[1], Краснодар, 2003.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Заздравных Наталия Леонидовна(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]