Шотландка

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шотландка
Рәсем

Шотландка — кизе-мамыҡ, йөн, төрлө химик ептәрҙән етештерелгән туҡыма.

Тасуирламһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милли шотланд кейеме туҡымалары өсөн хас булған эре шаҡмаҡлы һүрәт төшөрөлгән саржа үрелешле материал. Шотландканы мәктәп формаһы, күлдәктәр һәм ир-егеттәрҙең өҫ кейеме тегеү өсөн ҡулланалар. Туҡыма буялған ептәрҙең сиратлашып килгән һыҙаттарынан тора, улар бер-береһенә тура мөйөш яһап туҡылған. Төрлө төҫтәр киҫелешеп, күҙгә күренгән диагональ һыҙыҡтар барлыҡҡа килтерә, был башланғыс төҫтәр менән ҡатнаш яңы төҫтәр тыуҙыра. Килеп сыҡҡан төҫлө блоктар квадрат һәм һыҙыҡтарҙан торған үҙенсәлекле биҙәктәрҙә вертикаль һәм горизонталь буйынса ҡабатлана. Тартанды йыш ҡына «шаҡмаҡ» тип атайҙар (айырыуса Төньяҡ Америкала)[1]

Атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шотланд биҙәгенең һәм туҡыманың үҙенең дөрөҫ исеме — тартан һирәгерәк ҡулланыла, ғәмәлдә шаҡмаҡ биҙәкле тығыҙ йөн туҡыма шотланд ирҙәре кейә торған итәктәр — килттарҙы тегеү өсөн файҙаланылғанға күрә киң таралған исемен алған[2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Scottish Tartans and Family Names. — Harp & Lion Press. — P. 2.
  2. tartan (n.). Online Etymology Dictionary. Дата обращения: 4 март 2018.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шотландка // Краткая энциклопедия домашнего хозяйства / под ред. А. И. Ревина. — М.: Советская энциклопедия, 1960. — Т. 2. — С. 707. — 770 с.
  • Шотландка // Товарный словарь / И. А. Пугачёв (главный редактор). — М.: Государственное издательство торговой литературы, 1961. — Т. IX. — Стб. 737—741. — 890 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]