Шри Валлабхачарья

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шри Валлабхачарья

Валлабха, Шри Валлабхачарья (14791531) — Һиндостан дини фәлсәфәсеһе, Вайшнав Кришнаит дин әһеле, ачарья, Пуштимарга ("Жандың сәскә атыуы юлы") Индуизм Вишнуит ағымы нигеҙләүсеһе. Валлабха Вайшнавизм традицияһында Веданта фәлсәфәһен ҡабул иткән ачарья һәм гуру булараҡ ҡарала. Индуизм фәлсәфәһендә ул йыш Рудра-сампрадайя нигеҙләүсеһе Вишнусвами менән ассоциациялана һәм уның сағылышы булараҡ ҡарала.[1]. Индуизм фәлсәфәһендә ул Кришна һәм уның Аватардарының күп лилалары тасүирланған Бхагавад-пурананың бер нисә комментариялары һәм уналты сутра (трактаттарының) авторы булараҡ билдәле. Валлабхачарья Һиндостан мәҙәниәтендә ғалим, фәлсәфәсе һәм бхакти тәғлимәте дәғүәсеһе булараҡ уникаль урын алып тора. Ул бигерәк тә Бхагавата дине дәғүәсеһе һәм тарафдары булараҡ мәғлүм. Валлабха Райпур янында Чампаранья ауылында хәҙерге Һиндостан Чхаттисгарх штатында тыуған.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Кришна»
  • «Сиддхартха Рахасья»
  • «Чатухшлоки»
  • «Мадхураштакам»

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]