Шыршы турғайы

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Шыршы турғайы (Клест-еловик ). Тәресуҡыш, нарат сыпсығы.


Турғай ҙурлыҡ. Туп бу¬лып йөрөйҙәр. Осҡанда тауышланалар, ағастарға ҡунһа¬лар, тынып ҡалалар. Суҡыштарының остары ҡайсыланып тора. Ата ҡоштоң дөйөм төҫө ҡыҙғылт һары, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара-көрән. Инә ҡоштоң һырты һорғолт йәшел, кәүҙәһенең аҫ яғы һарғылт һоро, ҡорһағы .һары. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.

Тауышы яңғырауыҡлы: «кли-кли-кли». Сырҡылдап һәм һыҙғырып һайрай.

Ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Башлыса шыршы һәм ҡарағай орлоҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош, һирәк осрай. Ояһы ағаста була. Көрән таплы йәшкелт зәңгәр төҫтәге 3—4 бөртөк йомортҡа һала.


[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90


[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә