Шәймәрҙәнов Мөбәрәк Нурый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәймәрҙәнов Мөбәрәк Нурый улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1909
Тыуған урыны Ломов, Күсәрбай ауыл Советы, Благовар районы
Вафат булған урыны Ломов, Күсәрбай ауыл Советы, Благовар районы
Һөнәр төрө ветеринар
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ватан һуғышы ордены

Шәймәрҙәнов Мөбәрәк Нурый улы (1909 йыл — 19? йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Ветеринар. Старшина. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1945), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).[1][2]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1909 йылда Башҡортостандың хәҙерге Благовар районы Ломов ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем ҡатыны Әминә менән ветеринария станцияһында ветеринар булып эшләгәндәр. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында уны төҙөй башлағандан алып, 1941 йылдың декабрь айынан, 1945 йылдың майына тиклем хеҙмәттә була. 275-се кавалерия полкы; 58-се гвардия кавалерия полкында (16 гвардия кавалерия дивизияһы) ветеринария фельдшеры булып хеҙмәт итә (Хәрби званиелары: кесе ветфельдшер; ветеринария хеҙмәте гвардия старшинаһы; ветеринария хеҙмәте старшинаһы; гвардия старшинаһы)[2]. Ике тапҡыр йәрәхәтләнә — муйыны һәм һул яҡ ботон дошман пуляһы тишеп үтә. Дивизия аттарының һаулығы тураһында ҡайғыртыу ветеринарҙар өҫтөндә була.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны — Әминә (1924), ветеринар. Балалары: Лиза (1937), Лена (1939), Рәлиф (1942), Рида (1946), Римма (1948), Рәйлә (1958).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]