Ыштандыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ыштандыр уйыны
Уйынсылар һаны
күп
Уйнау урыны
урам
Физик активлыҡ
уртаса

Ыштандыр (рус. Штандарт) — туп менән уйналыусы балалар уйыны.

Әҙерлек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балалар түңәрәк яһап баҫа, һанашмаҡ әйтеп, көтөүсе һайлана. Көтөүсе бәләкәй туп менән түңәрәк уртаһында ҡала.

Уйындың аңлатмаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көтөүсе тупты һауаға сөйә лә түңәрәктә тороусы берәй баланың исемен әйтә. Исеме сыҡҡан бала һауаға сөйөлгән тупты ергә төшөрмәйенсә тотоп алырға тырыша, ә башҡалар (шул иҫәптән көтөүсе лә) түңәрәктән ситкә йүгерәләр. Исеме әйтелгән бала һауанан төшөп килгән тупты ергә төшөрмәй тотоп алһа, ситкә йүгергән балалар кире урындарына баҫа, көтөүсе тупты яүынан сөйә. Ә инде исеме әйтелгән бала тупты һауанан тотоп алмаһа, ергә ҡаҡсылғас та, ул уны тота һәм: "Ыштандыр", - тип ҡысҡыра. Ситкә йүгерешкән балалар туҡтап ҡала. Тупты тотҡан уйынсы урынынан иптәштәре яғына 3 аҙым атлай һәм үҙенә яҡын торған уйнаусының аяғына бәрә. Уйнаусы тупты ҡулы менән тоторға тырыша. Тупты ул тотһа йәки үҙенә тейҙермәһә, исеме әйтелгән бала көтөүсе булып ҡала, ә инде тупты тота алмай, аяғына тейҙертһә - үҙе көтөүсе булып ҡала. Уйын шулай дауам итә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • И.Ғ. Ғәләүетдинов. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. – Өфө : Китап, 2002 й. ISBN 5-295-02840-2
  • Башҡорт халыҡ уйындары / [төҙ. Г. Р. Хөсәйенова]. – Өфө : Ғилем, 2006 q. – 72 б. ; 20 см. – 200 д. – ISBN 5-7501-0628-4.
  • Т.Х.Аслаев. Ы.Ә. Исламғолова. Уйнат, уйлат баланы. Өфө 1987 й.
  • Балалар фолклоры. Ике китаптан тора. 1994йыл Өфө.

Беренсе китап. – ISBN 5-295-01280-8. Икенсе китап. – ISBN 5-295-01534-3