Эт тегәнәге
Эт тегәнәге | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Bidens tripartita L.[1] | ||||||||||||||
Синонимдары | ||||||||||||||
|
Эт тегәнәге, һырлан, эт дегәнәге (урыҫ.череда́ трёхразде́льная, лат. Bídens tripartíta)— астра сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, емештәре йәбешеп һырый торған ваҡ сәскәле бер йыллыҡ үлән.
Ботаник аңлатма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ботаник иллюстрация. К. А. М. Линдман. «Bilder ur Nordens Flora», 1917—1926
|
Тамыры нәҙек, үҙәкле, ныҡ тармаҡланған.
Һабағы яңғыҙ, тура, ҡыҙғылт төҫтә. Өҫтәрәк ҡапма- ҡаршы ботаҡлана.
Япраҡтары ҡаршылаш урынлашҡан. Япраҡ һаптары ҡыҫҡа.Япраҡ йәймәләре өс бүлкәтле.Һәр бүлкәте ланцет формаһында, ситтәре тешле.
Сәскәләре һары, көпшә һымаҡ сәскәләре һабаҡ остарында һәм ҡуйын үренделәренең осонда кәрзинкә сәскәлеккә йыйылған. Кәрзинкә төргәктәре ике ҡатлы.
Емеше шына формаһында, тешле ике ҡылсығы булған орлоҡса (семянка) Шул үҙенсәлеге арҡаһында емештәре малдарҙың йөнөнә, кейемгә еңел генә эләгеп китә ала. Шуға ла, алыҫ араларға тарала ала.
Июнь аҙағынан сентябрға тиклем сәскә ата. Емештәре сентябрь— октябрҙә өлгөрә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Варис Ғүмәров. Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре
- Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 1289. Bidens tripartita L. — Череда трёхраздельная // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2004. — Т. 3. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 353. — ISBN 5-87317-163-7. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эт тегәнәге GRIN сайтында мәғлүмәт (инг.) (Тикшерелеү көнө: 21 июнь 2010)
- Эт тегәнәге: «Тормош энциклопедияһы» сайтында мәғлүмәт(EOL) (инг.) (Тикшерелеү көнө: 21 июнь 2010)
- Череда трёхраздельная на сайте The Linnaean Plant Name Typification Project (инг.) (Тикшерелеү көнө: 21 июнь 2010)
- ↑ Species Plantarum 2: 831 (1753)