Ябыҡ орлоҡлолар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ябыҡ орлоҡлолар
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Латинса исеме
Magnoliophyta
ITIS 18061
NCBI 3398

Сәскәле үҫемлектәр йәки ябыҡ орлоҡлолар (урыҫ. Цветко́вые расте́ния, Покры́тосеменны́е, лат. Magnoliophyta, йәки Angiospermae грек. ανγio — сосуд, σπέρμα — орлоҡ) Сәскәле үҫемлектәр башҡа төр үҫемлектәрҙән сәскәләре булыуы һәм орлоҡтан үрсеүе менән айырыла. Сәскәле үҫемлектәр ғәжәп күп төрлө. Быны төшөнөү өсөн уларҙы үҙ сиратында тағы ла төркөмдәргә бүләләр. Сәскәле үҫемлектәрҙең 250 меңгә яҡын төрө билдәле. Шулай уҡ әлеге көнгә хәтле яңынан -яңы төрҙәрен таба торалар. Төҙөлөштәре буйынса ырыуға берләштерәләр. Оҡшаш ырыуҙар ғаиләгә инә. Мәҫәлән: бойҙай ырыуы, арыш ырыуы, арпа ырыуы һәм уларға оҡшаш башҡа ырыуҙар, ҡыяҡлылар ғаиләһенә инә. Ә ғаиләнең һәр береһен үҫемлектәрҙең ниндәй ҙә булһа бер класына индерәләр.

Ғаиләләр[үҙгәртергә]

Әүернә сәскәлеләр

1. Әүернә сәскәлеләр - 3000-гә яҡын төрө бар, бер һәп күп йыллыҡтар, бөжәктәр ярҙамында һеркәләнә, сәскәләре бөтәһе лә әүернә(крест) һымаҡ. Сәскәләре тәлгәш, емештәре пәрҙәле ҡуҙаҡ. Күбеһе культуралы үҫемлектәр(кәбеҫтә,һыйыр шалҡаны, торма, редис, шалҡан, турнепс, горчица,керән, левкой). Сүп үләндәре лә бар(тиле шалҡан,тиле торма, ярут, көтөүсе муҡсаһы, ҡаҡы, еҫлҫ тиле торма). Ҡайы берҙәренән май һығалар.

2. Роза сәскәлеләр- 2000 самаһы төр инә. Улар араһында ағастар, ҡыуаҡтар һәм үләндәр бар. Емеш ағастарынан алмағас, груша, сейә, слива, һары сейә, персик, абрикос,миндаль, муйыл, миләш киң билдәле.Декоратив ҡыуаҡтар: гөлйемеш, энәлек, спирея. Үҫемлектәр: эт табаны, тура һабаҡлы ҡаҙ үләне, ҡыҫыр сәскә, аҡ селек. сәскәләре бер-береһенә оҡшаш-сәскәләре дөрөҫ формала. сәскә төбө киң,каса һымаҡ. Сәскә эргәлеге ике ҡатлы, ул 5 каса һәм 5 таж япраҡсаларынан тора. Күбеһенең һеркәстәр күп була.

3. Ҡуҙаҡлылар- 12 меңдән ашыу иҫәпләнә. Бер йыллыҡ, ике йыллыҡ үҫемлектәр, шулай уҡ ҡыуаҡтар, ағастар ҙа бар. Культуралы ҡуҙаҡлылар: борсаҡ, фасоль, соя,мал борсағы,люпин. Декоратив үҫемлектәр: һары акация,глициния,хуш еҫле кәрешкә.Улар тышҡы яҡтан бер - береһенә бик аҙ оҡшаған. Уларҙың ҡуҙаҡтары булғанға ошо ғаиләгә берләштергәндәр.

4. Эт ҡарағаты һымаҡтар- 2000-гә яҡын төр. Улар хужалыҡта мөһим һаналалар. Аҙыҡ үҫемлектәр: картуф, помидор, баклажан. Декоратив үҫемлектәр: гибридлы петуня, хуш еҫле тәмәке. Дөйөм билдәләре: сәскәләренә ҡушылып үҫкән 5 япраҡсалы каса, ҡушылып -ҫкән 5 япраҡсалы таж, 5 һеркәс, 1 емешлектәре бар. Улар араһында ағыулы үҫемлектәр бар: ҡара тилебәрән, ҡаразирә, эт еләге.

5. Ҡатмарлы сәскәлеләр-25 мең самаһы төр. Көнбағыш, астра, георгин, тырнаҡ гөл, хризантема, зәңгәр сәскә, ромашкалар, бәпембә, үгәй инә үләне һ.б. Кәрзинкә сәскәлек. Сәскәлектә бик күп һанда ваҡ сәскәләр бар. Сәскәләрҙең ике ҡат сәскә эргәлеге бар. Ләкин касаһы йә нәсәр үҫешкән, йә касалар урынына ярыларҙан торған өлтөк була. Күп кенә үҫемлектәрҙең орлоғонда осҡостары була. Улар ел ярҙамында таралалар.

6. Ләлә сәскәлеләр- киң таралған, 3 меңдән ашыу төр.

7. Ҡыяҡлылар- был ғаиләгә бик күп үҫемлектәр керә. Тамыр системаһы суҡ, һабаҡтары быуынлы, яараҡтары ҡыяҡ. Япрағы тар, оҙон, паралель һеңерсәле һәм оҙон еңсәле. Сәскәләрендә ике сәскә ҡабығы, ике сәскә ярыһы, өс һеркәс һәм ике емешлек ауыҙы була, бер йөнтәҫ ултырма емешлек бар. Емештәре- бөртөксә.