Юл һарайы (Новгород)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юл һарайы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Бөйөк Новгород
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Новгородская область/Великий Новгород, часть 1[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Рәсми сайт gckd.ru
Тасуирлау биттәре afishanovgorod.ru/%D0%BC…
Указания, как добраться Дворцовая улица, 1, 3, 5
Карта
 Юл һарайы Викимилектә


Юл һарайын Ярославов Дворище Сауҙа яҡтан Бөйөк Новгородтың Сауҙа яғындағы Ярослав ихатаһында юл һарайҙарының береһе. Һарай Екатерина II ҡушыуы буйынса Петербург- Мәскәү юлында төҙөлгән.

Дворец был выстроен в 1771 году, прототипом считается проект царского дворца в Смоленске. В архивных документах записано, что

« строение сие исполнено одновременно с бывшею тогда постройкою из Санкт-Петербурга в Москву каменной мостовой дороги... для удобства проезда императрицы в Москву, по случаю коронования. »

Ҡала планында һарай барлыҡ ансамблдәре менән 1778 йылда һүрәтләнгән. Һарай ансамбле XVIII быуаттың икенсе яртыһындағы ҡала усадьбаһынан ғибәрәт. Һарайҙа Волхов яғынан ҙур булмаған паркка сығыу урыны бар. Төп подъезд Һарай урамына (исеме Юл һарайы атамаһынан алынған) һарайҙың ике флигелен тоташтырыусы кәртәләрҙә ҡуйылған ҡапҡа аша сыға, унан Опокалағы Ииоанн сиркәүе күренеп тора.

Һарай 1807 йылдағы яҙғы һыу баҫҡанда зыян күргән, уның иң тәүге проекты документациялары бары тик һыҙмаларҙа ғына һаҡланып ҡалған.

XIX быуат башында һарай насар хәлдә була һәм Новгородҡа киләсәк яңы губернаторҙың ҡарарын көтә. 1809 йылдың апрелендә Новгород губернаторы граждандар инициативаһы буйынса, 1809 йылда һарайға ике төкәтмә проектын төҙөү һәм һарайҙы, флигелдәрге реконструкцияҙы башлайҙарҙар. Ләкин проект тормошҡа ашыра алмай — Новгород губернаһында хәрби министр граф Аракчеев тарафынан һарай бинаһы хәрби ауылдар корпусы штабына әүерелдерелә.

XIX быуат башында юл һарайының фасады һәм флигелдәре.

Ун йылдан һуң реставрация эштәре шулай ҙа башлана, ә 1825 йылдан алып һарайҙы реконструкциялау менән билдәле архитектор В. П. Стасов етәкселек итә. Һарай кәрнизе дорик ордер формаһында төҙөлә. Ҡойма өсөн Стасов һүрәттәре буйынса эшләнгән өҫтөнә таждар ҡуйылған суйын ҡойма эшләнә.

Һарай бинаһында 2 (15) март 1917 йылда Новгород һалдаттарының 177-запастағы полкы Новгород ҡалаһында һалдат депутаттары Советын ойоштора, ә 1917 йылдың 14 апрелендәа бында губерна эшсе, крәҫтиән һәм һалдат депутаттары Советы төпләнә[2]. 1929 йылдың апрелендә бинала Ҡыҙыл Армия Йорто эшләй, 1962 йылдан[3] алып Советтар Союзы Геройы Н. Г. Васильев (1934 йылдан алып ул бында директор булып эшләй) исемендәге Мәҙәниәт йорто урынлаша[4], хәҙер «Васильев исемендәге Мәҙәниәт һарайы» мәҙәниәт һәм ял үҙәге. Хәҙерге адресы: Һарай урамы (3-сө йорт, флигелдәр — 1-се йорт һәм 5-се йорт), был урамға комплекс ҡоролмалары үҙенең көнсығыш яғы менән сығып тора. Комплекстың көньяҡ яғы Ярославов Дворищеһына сыға, ул аллеялар менән 1987 йылда Волхов аша төҙөлгән Йәйәүлеләр күпере менән тоташа. элек шул урында 1944 йылға тиклем Великий күпере торған. Һарайҙың көнбайыш яғы Александр Невский яр буйына ҡарай.

Хәҙерге ваҡытта һарайҙың көньяҡ флигелендә (Һарай урамы, 1) ҡунаҡхана тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]