Юмор аллеяһы (Ялта)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юмор аллеяһы
Нигеҙләү датаһы 2004
Дәүләт  Украина
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ялта[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Ҡырым
Карта

Юмор аллеяһы (рус. Аллея юмора) — Ҡырымдың Ялта ҡалаһына, Яр буйы урамында, «Юбилейный» концерт залынан алыҫ түгел урынлашҡан юмористик һәйкәлдәр аллеяһы. Скульптура авторҙары — Игорь менән Элеонора Лисенко.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юмор аллеяһы 2004 йылда Ялтала үткән Сатира һәм юмор фестивале һәм уны ойоштороусылар Владимир Моисеенко менән Владимир Данилецтың тырышлығы һөҙөмтәһендә булдырыла[1].

Шулай уҡ төрлө йылдарҙа Михаил Жванецкий портфеле (2004), Аркадий Арканов жилеты (2005), Александр Ширвиндт төрөпкәһе (2006), Иосиф Кобзон микрофоны (2007), Михаил Вашук менән Николай Бандуриндың төртмә дүрт юллыҡтары хөрмәтенә «гитара һәм бандура» скульптуралары (2015) барлыҡҡа килә[1].

Һәйкәлдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жванецкий портфеле һәйкәле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Михаил Жванецкий портфеленә һәйкәл 2004 йылда, беренсе фестивалдең беренсе көндәрендә асыла. Ярты метрлыҡ гранит бағанала бағана яҙыусының өс томы һәм сығыштары ваҡытында һәр саҡ ҡулында булған билдәле портфеле урын алған. Сумкаға Жванецкий әәҫәрҙәренән өҙөмтәләр яҙылған. Бронза скульптура төп нөсхәне ҡабатлай: бейеклеге — 43,5 см, киңлеге — 50,75 см, ҡалынлығы — 16 см. Скульптураның ауырлығы 67 килограмм[2].

Арканов жилетына һәйкәл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҙыусы-сатирик Аркадий Арканов жилетына һәйкәл 2005 йылдың авгусында, икенсе фестиваль көндәрендә асыла. 1:1,5 дәүмәлендәге китапҡа (Арканов әҫәрҙәре томы) жилет менән галстук-бабочка ҡуйылған. Скульптура Жванецкий портфеле һәйкәленән 4 метр алыҫлыҡта урынлаштырылған һәм диорите постаментына урынлаштырылған. Скульптура өс айҙа эшләнгән һәм уға 100 килограмм бронза киткән[3].

Ширвиндт төрөпкәһенә һәйкәл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Актёр, Мәскәү сатира театры етәксеһе, СССР-ҙың халыҡ артисы Александр Ширвиндтҡа өсөнсө фестиваль барышында — 2006 йылдың авгусында асыла. Скульптура бронзанан театр шаршауы һәм битлек формаһында эшләнгән. Битлектән, ирендәр һәм Александр Ширвиндттың төрөпкәһе күренә. Былар барыһы ла «Ширвиндт» тип яҙылған китапҡа урынлаштырылған һәм гранит постаментҡа нығытылған. Һәйкәлдең ауырлығы 80 кг самаһы[4].

Кобзон микрофонына һәйкәл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы Иосиф Кобзон микрофонына һәйкәл дүртенсе фестивалдә, 2007 йылдың авгусында асыла. Скульптура тажлы скрипка асҡысына формаһында эшләнгән. Музыкаль асҡыс пластинка өҫтөндә тора, ә уртала — микрофон. Скульптура бер метрлыҡ постаментҡа урынлаштырылған. Бейеклеге 120 сантиметр, ауырлығы 97 килограмм[5].

Клара Новикова эшләпәһенә һәйкәл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙең халыҡ артисы Клара Новикова һәйкәле 2014 йылдың июлендә «Мәскәү — Ялта — Транзит» юморт һәм эстрада фестивале көндәрендә асыла. Скульптура композицияһы бронзанан эшләнгән. Ул эшләпәлә көҙгөләге кеүек сағыла, аҫтараҡ Клара Новикованың иң популяр героиняһының исеме — Соня инәй тип яҙылған[6].

«Гитара һәм гармун» скульптураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төртмәле дүрт юллыҡтар башҡарыусы Михаил Вашуков һәм Николай Бандура хөрмәтенә һәйкәл 2015 йылдың 28 июнендәасыла. Скульптура композицияһы актёрҙарҙың яратҡан музыка ҡоралы — Вашуковтың гитараһын һәм Бандуриндың гармунын һынландыра. Автор әйтеүенсә, улар актёрҙарҙың музыка ҡоралдарының теүәл күсермәһе[7]. Скульптура бронза менән ялатылған, ә постаменты — гранит[7]. Музыка ҡоралдарына актёрҙарҙың фамилиялары яҙылған[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]