Юридик шәхес

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Юридик шәхес Рәсәй ҡанундары буйынса — милкендә, хужалыҡ ҡарамағында йәки оператив идаралығында айырым мөлкәтенә эйә булған, үҙ бурыстары өсөн был мөлкәт менән яуаплы булған ойошма. Был ойошма үҙ исеменән милек хоҡуҡтарын һәм милеккә ҡарамаған шәхси хоҡуҡтарын алырға һәм ғәмәлғә ашырырға, бурыстарҙы үтәргә, судта дәғүәсе һәм яуап биреүсе була ала. Юридик шәхестәрҙең үҙаллы баланс йәки смета булырға тейеш.

Юридик шәхестәр коммерция ойошмалары һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға бүленәләр.