Юрматы (хоккей клубы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юрматы
Ил: Башҡортостан Башҡортостан
Ҡала: Салауат
Нигеҙләнгән: 2008
Таратылған: 2011
Өй аренаһы: Салауат СКК (1 500)
Төҫтәр:               
Хоккей лигаһы: Рәсәй беренселеге
Дивизионы: Волга буйы

Спонсоры: Газпром Нефтехим Салауат
Рәсми сайт: http://hcurmaty.ru

«Юрматы» хоккей клубы — Башҡортостандың Салауат ҡалаһында 2008 йылда шайбалы хоккей буйынса профессиональ команда. 2008—2009 йылдарҙа Рәсәй чемпионатының Икенсе лигаһында уйнай, ә 2009—2011 йылдарҙа Беренсе лигала сығыш яһай. 2010 йылда «Волга буйы» дивизионында чемпион була, ә киләһе йылда шул уҡ зонала даими чемпионатты еңә.

«Юрматы» үҙенең уйындарын 1 500 кеше һыйҙырған Салауат спорт-концерт комплексында үткәрә ине. 2011 йылда команда таратыла.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Юрматы» хоккейсыһы

«Юрматы» хоккей клубы 2008 йылда Салауатта ойошторола. Салауат, Стәрлетамаҡ яҡтарында йәшәгән башҡорттарҙың иң эре һәм боронғо Юрматы ырыуының иҫтәлегенә командаға шундай исем бирәләр. Тәүге йылда команда республика беренселегендә сығыш яһаған «Алмаз» хоккей клубы һәм урындағы тәрбиәләнеүселәр нигеҙендә төҙөлә. Баш тренер итеп Виталий Колпаков ҡуйыла. Үҙенең тәүге миҙгелендә «Юрматы» Рәсәй чемпионаты икенсе лигаһының «Урал — Көнбайыш Себер» регионы составында була. Салауат хоккейсылары даими миҙгелдең 28 осрашыуында 20 мәрәй йыя, алтынсы урынды яулайҙар һәм плей-офф уйындарына эләгә алмайҙар.

2008/09 йылдар миҙгеле тамамланғас, Рәсәй чемпионаттарында икенсе лига тарҡала һәм «Юрматы» беренсе лигаға күсә[1]. Яңы миҙгел алдынан команданың составы тулыһынса алмашына. Тик капитан Дмитрий Холепа ғына тороп ҡала. «Юрматы» составына бик күп тәжрибәле һәм көслө уйынсы килә. Шуға күрә команданың һөҙөмтәләре лә яҡшыра. 2009/10 йылдар миҙгеленең беренсе этабын «Волга буйы» дивизионында «Юрматы» икенсе урында тамамлай. Шунан 1-6-cы урындар өсөн уйындарҙа Салауат хоккейсылары беренсе урынға үрләйҙәр һәм плей-оффҡа эләгәләр. Сирекфиналда улар «ЦСК ВВС-2» командаһынан көслөрәк булалар. Артабан ярымфиналда Медногорск ҡалаһынан «Металлург» хоккей клубын «Юрматы» серияла 3-1 иҫәбе менән ота һәм дивизиондың финалына сыға. Ә финалда бөтә биш уйында үткәрелә. Хәл иткес бишенсе уйын Салауатта үтә, һәм «Юрматы» хоккейсыһы Альберт Килдеев «алтын» голды уйындың төп ваҡыт бөтөүөнә биш минут ҡалғанда керетә. «Юрматы» хоккей клубы үҙенең икенсе йылына Рәсәй чемпионаты беренсе лигаһының «Волга буйы» дивизионы чемпионы исемен яулай.

2010/2011 йылдар миҙгеле «Юрматы» профессиональ хоккей клубы өсөн генә түгел, ә бөтә Рәсәй беренселеге беренсе лигаһы өсөн һуңғы була. 2011 йылда Рәсәй хоккей лигаһы барлыҡҡа килә. Ә «Юрматы» үҙенең һуңғы миҙгелендә даими чемпионатты үҙ дивизионында тағы ла беренсе урында тамамлай. Плей-оффтың сирекфиналында Нефтекаманан «Торос-2» командаһын дүрт осрашыуҙа үтә. Ә ярымфиналда дивизиондың буласаҡ чемпионы «Прогресс» хоккей клубына серияла 1-3 иҫәбе менән отола һәм көрәштән төшөп ҡала. Миҙгел тамамланғас, «Юрматы» хоккей клубы тарҡала. Төп сәбәбе — беренсе лиганы реформлау. «Волга буйы» дивизионының 13 командаһынан 5-6 ғына ҡалырға тейеш. Рәсәй хоккей федерацияһы Йәштәр хоккей лигаһында клуб яһарға тәҡдим итә. Әммә Салауатта был йәш категорияһында хоккейсылар булмай[2].

Әлеге ваҡытта Салауатта професиональ командаһы булмаһа ла, ҡалала хоккей буйынса үҫмерҙәр спорт мәктәбе эшләп килә. Шунда йәш буйынса һигеҙ команда бар. Улар хоккей мәктәптәре араһында Рәсәй беренселектәрендә ҡатнаша.

Сығыш яһауҙар тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миҙгел У Е ӨВЕ БСЕ БСО ӨВО О Ш М ДУ Һөҙөмтә
2008/09 28 8 16 99—146 20 6 Плей-оффҡа эләкмәйҙәр
2009/10 68 51 1 4 1 0 11 285—144 164 1 Сирекфиналда еңәләр: 3-2 (ЦСК ВВС-2)
Ярымфиналда еңәләр: 3-1 («Металлург»)
Финалда еңәләр: 3-2 («Нефтяник-2»)
2010/11 54 46 4 1 0 1 2 299—94 149 1 Сирекфиналда еңәләр: 3-1 («Торос-2»)
Ярымфиналда еңеләләр: 1-3 («Прогресс»)
Бөтәһе 150 105 5 5 1 1 29 683-384 333

Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр, ӨВЕ — өҫтәмә ваҡытта еңеүҙәр, БСЕ — булиттар серияһында еңеүҙәр, ӨВО — өҫтәмә ваҡытта отолоуҙар, БСО — буллитар серияһында отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар, Ш — шайбалар, М — мәрәйҙәр, ДУ — даими миҙгелдә урыны

Стадион[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Салауат спорт-концерт комплексы

Салауат (спорт-концерт комплексы) — Салауат ҡалаһындағы 2007 йылда төҙөлгән күп функциялы спорт комплексы. Комплекс йөҙөү бассейнынан һәм 1350 тамашасылыҡ боҙ стадионынан тора, кәрәк саҡта концерт-холлға әүерелә, бында ике мең ярым кеше һыйҙырыу мөмкинселеге бар[3]. Майҙаны 4000 м² булған боҙ һарайы үҙ эсенә 1500 урынлыҡ боҙ аренаһын ала. Кәрәк саҡта 2200 урынлыҡ концерт залына әүерелә, бынан тыш ике фитнес-зал, кафе бар. Комплекстың боҙонда хоккей һәм фигуралы шыуыу бүлектәре тәрбиәләнеүселәренең күнегеүҙәре үтә.

Бағыусы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Газпром Нефтехим Салауат — Рәсәйҙә иң эре нефтехимия компанияларҙың береһе «Юрматы» хоккей клубының төп һәм берҙән-бер спонсоры була.

Бөтә баш тренерҙар һәм капитандар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Юрматы» командаһының бөтә тренерҙары:

«Юрматы» командаһының бөтә капитандары:

Команданың ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1 Рәсәй чемпионатының Беренсе лигаһында Волга буйы дивизионы чемпионы (2009/10).
  • 1 Рәсәй чемпионатының Беренсе лигаһында Волга буйы дивизионында даими чемпионат еңеүсеһе (2009/10, 2010/11).

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бер гол да үткәрмәйенсә иң ҙур айырма менән еңеү: 10:0 «Торос-2» Нефтекама (2010/11).
  • Иң ҙур айырма менән еңеү: 14:1 «Кристалл-2» Һарытау (2010/11).
  • Еңеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 14:1 «Кристалл-2» Һарытау (2010/11).
  • Еңелеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 6:9 «Газовик-Старт» Ялуторовск (2009/10).
  • Бер гол да керетмәйенсә иң ҙур айырма менән еңелеү: 0:4 «Челны» Яр Саллы (2009/10).
  • Иң ҙур айырма менән еңелеү: 2:9 «Вагоностроитель» Усть-Катав (2008/09).
  • Иң оҙон еңеүҙәр серияһы: 26. Иң оҙон еңелеүҙәр серияһы: 5
  • Клуб тарихында бөтә уйынсыларҙа Рәсәй Федерацияһынан була.

Уйынсылар рекордтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Иң куп уйын үткәргән уйынсы — Сергей Яханов (120).
  • Иң күп мәрәй йыйған уйынсы — Сергей Яханов (108).
  • Иң куп гол индергән уйынсы — Дмитрий Петрюк (44).

Билдәле уйынсылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бында мәғлүмәт 2010/2011 йылдар миҙгеле буйынса күрһәтелгән.

Ҡапҡасылар
Ил Исем Тыуған йыл
1 Рәсәй флагы Константин Алексеев 8 ноябрь, 1996
20 Рәсәй флагы Денис Мотошин 1 октябрь, 1991
Һаҡсылар
Ил Исем Тыуған йыл
5 Рәсәй флагы Александр Хлыстов 21 апрель, 1988
14 Рәсәй флагы Владислав Корнеев 30 март, 1981
17 Рәсәй флагы Михаил Шильников 28 июнь, 1996
23 Рәсәй флагы Евгений Вагин 5 февраль, 1982
42 Рәсәй флагы Тимур Шәкирйәнов 21 октябрь, 1983
43 Рәсәй флагы Руслан Чумарин 4 март, 1988
75 Рәсәй флагы Артур Ғарипов 26 ғинуар, 1985
77 Рәсәй флагы Илдар Хәйретдинов 26 ғинуар, 1982
87 Рәсәй флагы Алексей Привалов 10 ғинуар, 1987
Һөжүмселәр
Ил Исем Тыуған йыл
9 Рәсәй флагы Дмитрий Бордуков Капитан спорт 29 апрель, 1979
10 Рәсәй флагы Роберт Мурдускин 9 апрель, 1983
15 Рәсәй флагы Азат Шәрипов 1 июль, 1978
16 Рәсәй флагы Илдар Һөйөндөков 1 май, 1983
18 Рәсәй флагы Сергей Яханов 2 июль, 1980
19 Рәсәй флагы Адель Фәтхутдинов 8 апрель, 1990
27 Рәсәй флагы Сергей Трифонов 6 ғинуар, 1982
28 Рәсәй флагы Дмитрий Петрюк 7 апрель, 1988
29 Рәсәй флагы Дмитрий Холепа 23 декабрь, 1975
32 Рәсәй флагы Артур Абиев 18 ноябрь, 1986
73 Рәсәй флагы Андрей Попов 8 март, 1973
86 Рәсәй флагы Иван Бондаренко 17 апрель, 1987
88 Рәсәй флагы Александр Поляков 5 сентябрь, 1987

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]