Юрово (усадьба)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юрово
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Юрово[d]
Архитектура стиле Классицизм
Входит в состав списка памятников культурного наследия Cultural heritage monuments in Gryazovetsky District[d]
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Современное состояние разрушенный[d]
Карта
 Юрово Викимилектә

Юрово усадьбаһыВологда өлкәһенең Грязовец районы Юрово муниципаль берәмегенең Юрово ауылындағы XIX быуат башының һаҡланып ҡалмаған дворяндар усадьбаһы. Рәсәй Федерацияһының юғалған мәҙәни мираҫы объекты. Усадьба иртә классицизм стилендә төҙөлгән һәм бай йортон, күп һанлы хужалыҡ ҡаралтыларын һәм ҡатнаш стилдә баҡса-парк ансамблен үҙ эсенә алған. Усадьба 1996 йылда янғында юҡҡа сыға[1]. Ҡоролмаларҙың бөтөн ҡалған элементтары урындағы властар ҡарары буйынса һүтеп алына. Усадьба урынында өлөшләтә элекке парк һаҡланып ҡала, ул 2007 йылда өлкә әһәмиәтендәге тәбиғәттең ботаник ҡомартҡыһы статусын ала[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юрово усадьбаһы — боронғо дворян Брянчаниновтар нәҫеленең тармағы имениеһы һәм Рәсәй төньяғында таш усадьба классицизмы ҡомартҡыларының береһе. Имениены Вологда губернаһының Грязовец өйәҙендә дворяндар башлығы булған Петр Александрович Брянчанинов төҙөй[3] . Усадьба төҙөлөшөнөң теүәл ваҡыты билдәләнмәгән, әммә усадьба паркының төҙөлөш ваҡытын шартлы рәүештә 1813 йылға индерергә мөмкин. Проект авторы һәм исеме билдәһеҙ ҡалған.

Петр Александровичтан һуң уның улы Аленксандр мираҫ итеп алып ҡала[4], ул имениеға бик һирәк килә, ә 1861 йылда ул вафат булғандан һуң, имение оҙаҡ ваҡыт буш тора һәм аламалана. XIX быуаттың 70-се йылдарында имениены Александр Петровичтың вариҫтарынан туғаны Валериан Николаевич Брянчанинов һатып ала[5]. Юрово уның ҡатыны Софья Денисьевнаға ла оҡшай (никахҡа тиклем графиня Гвидобони-Висконти). 1812 йылда Ватан һуғышы геройы Денис Давыдовтың ҡыҙы усадьбаға элекке ҡупшылығын ҡайтарыу өҫтөндә күп тырышлыҡ күрһәтә, әммә уның бөтә булған тырышлығы бушҡа була. Софья Денисьевна усадьбаны һатып алғандан һуң өс йыл үткәс, вафат була. Валериан Николаевич ауыр хәтирәләр арҡаһында Юровоға башҡаса килмәй. Бай йортонан бар әйберҙәрҙе алып сығалар һәм өлөшләтә һаталар. 1912 йылда йылда усадьбаға килгән билдәле сәнғәт белгесе К.Г. Лукомский былай тип яҙа: «Ҡайһы бер бүлмәләр туҙған, түшәмдәр емерелгән».

Октябрь революцияһынан һуң Брянчаниновтарҙың бөтә имениелары национализациялана. Совет осоронда Юрово усадьбаһы СССР-ҙың 50- йыллығы исемендәге совхоздың балансында тора. Оҙаҡ йылдар бында балалар йорто, ә һуңынан мәктәп-интернат урынлаша, шул арҡала бина XX быуаттың 90-сы йылдар башына тиклем һаҡланып ҡала. Мәктәп яңы бинаға күскәндән һуң Юрово усадьбаһы тулыһынса ташландыҡ хәлгә килә. 1996 йылғы янғындан һуң, усадьбаны кирбескә һүтеп алалар. «Сүп-сар баҫҡан бушлыҡ һәм нигеҙ ҡалдыҡтары — бына Юрово ауылында Брянчаниновтарҙың усадьбаһынан ҡалған нәмә — тип яҙа «Русская усадьба» йыйынтығы авторы[6].

Архитектура үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Интерьер усадьбы Юрово.jpg
Көмбәҙ менән бүлмә интерьеры

Юрово усадьбаһы — XIX быуат башында рус архитектураһы өсөн ғәҙәти булмаған иртә классицизм өлгөһө, ул антиклыҡтың элементтарын үҙ эсенә ала һәм итальян палаццоһын хәтерләтә. Сәнғәт белгестәре бының «архитектура-художество ҡыҙыҡһыныуын уятмай» тиһәләр ҙә[7][8], йорттоң төп фасадының архитектура сиселеше рус провинцияһы өсөн унмкаль. Планында ике ҡатлы тура мөйөшлө бина ҡабырғаларында сығып торған пилондар һәм һигеҙ колоннанан торған һәм дөйөм ҡыйыҡ менән ябылған

Фасады баҡса яғына сыҡҡанға күрә, фасадтың ҙур өлөшөн терраса менән биләү ниәте ҡыҙыҡлы һәм иҫ киткес яҡшы. Талантлы рәссам биргән иҫ киткес уй-тойғолар гаммаһын аңлар өсөн терраса буйлап йөрөргә, колонналар артында бер аҙ ултырырға кәрәк.

— тип яҙа 1920 йыл башында усадьбаға килеүсе сәнғәт белгесе һәм яҙыусы И.В. Евдокимова[9].

Файл:Интерьер усадьбы Юрово (панно).jpg
Юрово усадьбаһында антик фреска ҡиәфәтендә башҡарылған обой һүрәте

Колонна массив цоколдә урынлаша, унда руст менән биҙәлгән өс арка уйылған. Бинаның эске арауығы уның хужаларының социаль статусын сағылдыра. Тиҫтәләгән торлаҡ бүлмәләр ҡунаҡтар ҡабул итеү һәм балдар үткәреү өсөн бер нисә иркен зал йәнәшә тора. Зал түшәмдәренең береһе көмбәҙ формаһында эшләнгән. Стеналарына алтынһыу фонда йондоҙло биҙәктәр һәм антик фрескаларға оҡшаған биҙәктәр төшкән ҡыйбатлы обойҙар йәбештерелгән.

Усадьбаның баҡса-парк ансамбле беҙҙең көндәргә тиклем өлөшләтә һаҡланған. Парк 1813—1814 йылдарҙа ҡатнаш тоҡомло ағастарҙан төҙөлгән. Ҡасандыр ул Комель йылғаһына төшөүсе ике террасанан торған. Даими үҫентеләр ромб рәүешле газондар формаһында ултыртылған, улар киң йүкә аллеялары менән аралаша. Кеше ҡулы менән ултыртылған үҫентеләр парктың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә әлегә тиклем яҡшы күренә, майҙаны уның әле лә биш гектар тирәһе тәшкил итә. 2013 йылға ҡарата паркта ун ике ағас тоҡомонан 300 тирәһе иҫке ағас һаҡланған, шул иҫәптән 50 имән һәм 110 йүкә. 2007 йылда Вологда өлкәһе хөкүмәте ҡарары менән Юрово усадьбаһының баҡса-парк комплексы «Боронғо парк» исеме аҫтында өлкә әһәмиәтендәге тәбиғәттең ботаника ҡомартҡыһы тип иғлан ителә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Сборник «Русская усадьба», № 12 (28). 2006 год
  2. Постановлние правительства Вологодской области от 19.02.2007 № 207 «Об утверждении Положения о ботаническом памятнике природы областного значения «Старинный парк» д. Юрово Грязовецкого района Вологодской области».
  3. Пётр Александрович Брянчанинов (1777—1829) — ротмистр в отставке. В 1802—1808 годах был вельским, а в 1808—1814 годах грязовецким предводителем дворянства в Вологодской губернии. Кавалер ордена Святого Владимира IV степени
  4. Александр Петрович Брянчанинов (1798—1861) — генерал-майор, прокурор корпуса жандармов
  5. Валериан Николаевич Брянчанинов (1845 — после 1915) — титулярный советник, почётным мировой судья, позднее член дворянского Земельного банка в Москве
  6. Сборник «Русская усадьба», № 12 (28). - М.: «Жираф», 2006. 2020 йыл 10 ғинуар архивланған.
  7. Г. Лукомский. Вологда в её старине
  8. Н. Камелов. Усадьбы Вологодской губернии
  9. Евдокимов И. В. Север в истории русского искусства

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Брянчаниновы и их усадьбы (неопр.).