Ялан һары
Ялан һары | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Buteo rufinus (Cretzschmar, 1827) | ||||||||||||||||
|
Ялан һары (лат. Buteo rufinus, урыҫ. Курганник) — һарҙар ырыуы, ҡарсығалар(Accipitridae) ғаиләһенән булған йыртҡыс ҡош.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарғанан ҙурыраҡ. Осҡанда аҡ таплы киң ҡанаттары күҙгә ташлана. Һырты ерәнһыу көрән, ҡорһаҡ яғы һәм түше буй — буй таптар менән сыбарланған һарғылт һоро. Бер аҙ йомағараға оҡшаған. , унан сыбар ҡорһағы, һарғылт төҫө, яланғас аяҡтары менән айырылып тора. Тауышы көслө һәм яңғырауыҡлы: «ҡыйй-ҡыйй-ҡыйй». Яланда ҡоро таҡырҙарҙа йәшәй. Ваҡ хайуандар, кеҫәртке һәм йыландар менән туҡлана. Йылы яҡтарға китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Киң генә таралған. Ояһы ҡая таштарҙа, һирәкләп ағас баштарында була. Ҡара таплы 2—3 бөртөк йомортҡа һала. Зарарлы кимереүселәрҙе ҡырып файҙа килтерә.
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл.
- Курганник на сайте «Редкие и исчезающие животные России» 2009 йыл 1 май архивланған.
- Курганник на сайте «Птицы Киргизии» 2005 йыл 1 февраль архивланған.
- Снимки курганника
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. Мәҡәләнең бер нисә етешһеҙлеге булһа, {{Rq}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә автоматик рәүештә Төркөм:Википедия:Викилаштырыу кәрәк булған мәҡәләләр тигән категория өҫтелә. |
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |