Янка Купала исемендәге парк (Минск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Янка Купала исемендәге парк
Нигеҙләү датаһы 1950
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Янка Купала
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Минск
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Карта
 Янка Купала исемендәге парк (Минск) Викимилектә

Янка Купала паркы — Минск үҙәгендә Еңеү Майҙанынан алыҫ түгел 1950 йылда нигеҙ һалынған ял итеү һәм мәҙәниәт паркы. Исеме белорус шағиры Янка Купала хөрмәтенә аталған.

Проект архитекторы — И. Руденко.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Янка Купала урамы һәм Бойондороҡһоҙлоҡ проспекты киҫешкән урында, Свислочь йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нигеҙ һалыныуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парк Бөйөк Ватан һуғышынан һуң барлыҡҡа килә[1], 1949 йылда нигеҙ һалына һәм БССР-ҙың 30-йыллығы исемен ала. Быға тиклем был урында бер — ике ҡатлы йорттар торған була. Парктың төп өлөшөнә 1950 йылда нигеҙ һалына. Парктың төп аллеяһы паркка төп инеү урыны урынлашҡан Бойондороҡһоҙлоҡ проспектынан (ул ваҡытта — Сталин проспекты) Свислочь бөгөлөшөнә ҡарай диагональ буйынса урынлашҡан. Төп һәм үҙәк аллеялар сатында, парк үҙәгендә фонтан урынлашҡан.

1959 йылда парк биләмәһендә Я. Купаланың әҙәби музейы төҙөлә. Музей шағир 19271941 йылдарҙа йәшәгән йорт торған урында төҙөлә. Йорт Бөйөк Ватан һуғышы башланғандың бишенсе көнөндә янып юҡҡа сыға, Янка Купаланың күп кенә ҡулъяҙмалары һәм архивы һәләк була. Бөгөн музейҙа — 36 меңдән ашыу экспонат (был шағирҙың ҡулъяҙмалары, тере сағындағы баҫмалары, автографлы китаптар, фотоһүрәттәр, документтар, шағирҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге менән бәйле мәҙәниәт һәм көнкүреш әйберҙәре).

1970-се йылдарҙа ҡайтанан планлаштырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта төп аллеяның башында С. И. Грицевец һәйкәле ҡуйылған була (Ленин урамынан күсерелә), уның урынына 1972 йылда шағирҙың тыуыуының 90-йыллығына Янка Купала һәйкәле ҡуйыла (скульпторҙары А. Аникейчик, Л. Гумилевский, А. Заспицкий, архитекторҙары Ю. Градов, Л. Левин). Фонтан да яңынан төҙөлә, уның скульптура композицияһы боронғо халыҡ байрамы — «Купалье» моменттарының береһен, һыуға веноктар ебәреүҙе сағылдыра, шуға ла ул «Венок» тип атала.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]