Яшкино (Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яшкино
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Яшкинский сельсовет[d][1]
Административ-территориаль берәмек Яшкинский сельсовет[d][1]
Почта индексы 461156
Карта

ЯшкиноРәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл. Яшкино ауыл советының административ үҙәге.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район үҙәге Плешаново ауылынан көньяҡҡа табан 19 км алыҫлыҡта, Соран йылғаһына Яшка йылғаһы ҡушылған урында урынлашҡан.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2010[2]
724

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙна ауылы - Гаврило-Архангельское ауылынан 1840-сы йылдарҙа Рәсәйҙең үҙәк губерналарынан күсеп килгән крәҫтиәндәре тарфынан барлыҡҡа килтерелгән[3]. 1850 йылға тиклем Ырымбур губернаһының Быҙаулыҡ өйәҙенең 4 станына, ә унан һуң, 1928 йылға тиклем, Һамар губернаһының Быҙаулыҡ өйәҙенең Вознесенск улусы составына инә. 1928 йылдан 1966 йылға тиклем - Люксембург районы үҙәге, артабан Ҡыҙыл гвардия районыныҡы була.

Шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чибилёв Александр Александрович — рәсәй географы, ландшафт экологияһы һәм ҡурсаулыҡ эше өлкәһендәге белгес,география фәндәре докторы (1992), профессор, РФА академигы (2016). Рәсәй Фәндәр академияһының Урал бүлексәһе Дала институтының ғилми етәксеһе (2018 йылдан), Рус география йәмғиәтенең вице-президенты[4]. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған географы (2020).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Яшкино // Элоквенция — Яя. — М. : Советская энциклопедия, 1957. — С. 674. — (Большая советская энциклопедия : [в 51 т.]; vol. 1949—1958, вып. 49).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]