Ғилмийәров Ғабдулла Ғилмийәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғилмийәров Ғабдулла Ғилмийәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 1912
Тыуған урыны Яңы Ҡарас, Мәүлит ауыл советы, Мишкә районы
Хәрби звание ефрейтор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Ғилмийәров Ғабдулла Ғилмийәр улы (рус. Гильмияров Габдулла Гильмиярович) — (1912 йыл - ?) Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһы яугиры, ефрейтор, ҡыҙылармеец [1]. Фронт һыҙығында күрһәткән батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғилмийәров Ғабдулла Ғилмийәр улы 1912 йылда Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Ҡарас ауылында тыуа. Һуңынан Мишкә ауылында йәшәй. Фронтҡа 1941 йылда Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан алына. Дим ҡасабаһында ойошторолған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша. Хәрби званиеһы - ефрейтор. Яуҙа яраланып 1944 йылда һаулығына бәйле демобилизациялана һәм тыуған ауылына ҡайтарыла. Һуғыштан һуң сәнәғәт комбинатында ат ҡараусыһы булып эшләй [2].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Память народа. Гильмияров Габдулла Гильмиярович
  2. Они вернулись с победой. Мишкинский район. 2005 г.стр.136
  3. Гильмияров Габдулла Гильмиярович