Ғәлимов Баязит Сабирйән улы
Ғәлимов Баязит Сабирйән улы | |||
Тыуған көнө | |||
---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Маҡар районы, Кинйәбулат ауылы[1] | ||
Вафат көнө |
10 февраль 2024 (81 йәш) | ||
Вафат урыны |
Өфө ҡалаһы | ||
Ил |
СССР, Россия | ||
Ғилми даирәһе |
гносеология, онтология | ||
Альма-матер | |||
Ғилми дәрәжәһе |
философия фәндәре докторы (1989) | ||
Ғилми исеме |
профессор | ||
Награда һәм премиялары |
| ||
Ғәлимов Баязит Сабирйән улы (26 май 1942 йыл — 10 февраль 2024 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп эшмәкәре. 1989—1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, артабан 2005 йылға тиклем — беренсе проректоры. Философия фәдәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баязит Сабирйән улы Ғәлимов 1942 йылда Башҡорт АССР-ының Маҡар районы (хәҙерге Ишембай районы) Кинйәбулат ауылында[1] тыуған.
Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. 1953—1959 йылдарҙа Ишембай ҡалаһындағы 3-сө башҡорт мәктәбендә (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты) буласаҡ профессор, тарихсы Рим Йәнғужин менән бер класта уҡый.
Башҡорт дәүләт университетының физика- математика факультетын 1965 йылда тамамлай. БДУ-ның философия кафедраһы аспирантураһын 1969 йылда тамамлағандан һуң шул уҡ кафедрала фәнни эш менән шөғөлләнеүен дауам иә.
1989 йылдан Башҡорт дәүләт университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, 1996 йылдан — беренсе проректоры, 2005 йылдан — баш ғилми секретарь.
Бер уҡ ваҡытта 1995 йылдан — университеттың философия кафедраһы мөдире .[2]
Ғалим 2024 йылдың 10 февралендә Өфө ҡалаһында вафат булды[3].
Фәнни эшәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни тикшеренеүҙәре философияның нигеҙләнеш проблемаларына арналған- донъяға фәнни ҡараш, Башҡортостан философия үҫеше тарихы.
Кандидатлыҡ диссертацияһы — «Гносеологическая функция категории асимметрии» (1969). Докторлыҡ диссертацияһы — «Принцип развития в основаниях научной картины природы (методологические проблемы)» (1989).
Философия фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Психология фәндәре халыҡ-ара академияһының мөхбир ағзаһы (1996), Рәсәй Тәбиғи фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1997).
«20-се быуаттың 2000 иң күренекле ғалимы» («2000 выдающихся учёных 20-го столетия») йыйынтығына индерелгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1986)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997)
- Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
- ↑ Источник — Официальный сайт БашГУ 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.
- ↑ УУНиТ с прискорбием сообщает о кончине профессора Баязита Сабирьяновича Галимова. ФГБОУ ВО «Уфимский университет науки и технологий». Официальный сайт. 10 февраля 2024 года
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлимов Баязит Сабирйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Сайт Башкирского государственного университета 2015 йыл 23 сентябрь архивланған. (рус.)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ишембай районында тыуғандар
- 26 майҙа тыуғандар
- 1942 йылда тыуғандар
- 10 февралдә вафат булғандар
- 2024 йылда вафат булғандар
- Философия фәндәре докторҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары
- Башҡортостан философтары
- Башҡорт дәүләт университеты профессорҙары
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты