Ҙур сәпсәү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҙур сәпсәү
Большой улит
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Tringa nebularia (Gunnerus, 1767)

Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 144000
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   176624
NCBI   171270
EOL   1049442


Ҙур сәпсәү, күгәрсендән бәләкәйерәк (большой улит)(лат. Tringa nebularia)


Суҡышының осо өҫкәрәк кәкрәйеп торған һаҙ ҡошо. Кәүҙәһенең артҡы өлөшөн өҙлөкһөҙ бәүелтеп йөрөй, һырт яғы һәм ҡойроҡ аҫты аҡ. Түшенең ике яғында ҡара һыҙыҡтар бар. Тәтелдәүестән төҙ суҡышы, ә көгөрләүектән ҙурлығы менән айырыла.


Тауышы яңғырауыҡлы: «түлүй-түлүй» йәки «крү-крү».

Ҡыуаҡлыҡ, бейек үлән, ҡамыш менән уратып алынған һыу буйҙарында йәшәй, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Түңгәктәрҙә оялай. Ҡара-көрән таплы 3—4 бөртөк һарғылт көрән йәки һарғылт аҡ йомортҡаһы була.

Ҙур сәпсәү ем эҙләй

Фотогалерея[үҙгәртергә]