Ҡан әйләнеше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Circulatory System ru.svg

Ҡан әйләнеше — организмда ҡандың циркуляцияһы. Ҡан йөрәктең һулҡылдауы һөҙөмтәһендә хәрәкәт итә, тамырҙар буйлап йөрөй. Ҡан организмдың туҡымаларын кислород, туҡлыҡлы матдәләр, гормондар менән тәьмин итә, һәм матдәләр алмашыуы продуктарын уларҙы бүлеп сығарған ағзаларға еткерә. Ҡандың кислород менән байыҡтырылыуы - үпкә, ә туҡлыҡлы матдәләр менән туйындырылыуы   аш һеңдереү ағзалары аша бара. Бауырҙа һәм бөйөрҙә метаболизм продуктары нейтралләшә һәм сығарыла. Ҡан әйләнеше гормондар һәм нерв системаһы менән тәьмин ителә. Ҡан әйләнешенең кесе (үпкә аша) һәм оло (ағзалар һәм туҡымалар аша) түңәрәге бар тип һанала.

Ҡан әйләнеше — кешенең һәм хайуандарҙың йәшәйешендә бик мөһим фактор. Ҡан даими әйләнеп, хәрәкәтләнеп торғанда ғына үҙ функцияларын үтәй ала.

Кешенең һәм күпселек хайуандарҙың ҡан тамырҙары системаһы йөрәктән, туҡымаларға һәм ағзаларға ҡанды килтереп һәм йөрәккә ҡайтарып торған тамырҙарҙан ғибәрәт . Ағзаларға һәм туҡымаларға ҡан килтереп торған тамырҙар артерия тип атала.Артериялар вағыраҡ артерияларға, артериоларға, ниһайәт, капиллярҙарға тармаҡлана . Вена тип аталған тамырҙар аша ҡан йөрәккә кире ҡайта. Йөрәктең дүрт камераһы бар һәм ҡанды ике түңәрәк аша хәрәкәтләндерә.

Ҡан йөрөү системаһы[үҙгәртергә]

Ҡан йөрөү системаһы органдары:

  • йөрәк
  • ҡан тамырҙары
    • артериялар
    • веналар
    • капилярҙар.

Йөрәк, насос һымаҡ, ҡанда тамырҙарға ҡыуа. Йәрәктән сыҡҡан ҡан артерияға бара. Артерия ҡанда органдарға алып барып етерә. Иң ҙур артерия - аорта. Артериялар, үҙ сиратында, ҡан капилярҙарына тармҡлана. Капилярҙан ҡан менән туҡымалар араһындағы матделәр алмашыныу процессын башкара. Шунан һуң, капилярҙар венаға йыйыла, вена буйлап ҡан кире йөрәккә киле. Йөрәккә килгән һайын веналар йыуаная.

Ҡан йөрөү системаһы[үҙгәртергә]

Ҡан йөрөү системһы йомоҡ хәлдә. Күҙәнәктәр менән ҡан араһында ҡан тамырҙары стенаһы кертә булып тора. Ул туҡыма шыйыҡсаһы менән йыуылып тора. Артерия менән веналарҙың стеналары ҡалын, шуға күрә ҡандағы туҡлыҡлы матдәләр, кислород юлда юғалмай. Ҡан уларҙы кәрәкле урынға лып барып еткерә. Ҡан менән туҡымалар араһындағы матделәр алмашыныу процессы капилярҙарҙа ғына башҡарыла. Капиляр стеналары бик йоҡа — эпителиаль туҡыманың бер ҡатынан ғына тора. Ошо стена аша туҡыма шыйыҡсаһына ҡан плазмаһының бер өлөшө бүленеп сыға, туҡлыҡлы матдәләр кислород, углекислый газ һ.б. матделәр күсә.

Ҡан әйләнеше түңәрәктәре[үҙгәртергә]

Кешенең ҡан әйләнеше системаһы

Ҡаң әйләнеше системаһы ҙүр һәм бәләкәй ике түңәрәктән тора. Ҡан әйләнеш түңәрәге ҙур һул яҡ ҡырынсыҡта башлана, шунан ҡан аортаға этеп сығарыла. Ағзаларҙа ваҡ артериялар капилярҙарға тармаҡлана. Капиляр стеналары аша ҡан туҡыма шыйыҡсаһына туҡлыҡлы матделәр, [[кислород[[ тапшыра, үҙенә углекислый газ ала, тереклек эшмәкәрлеге продукттырын йыя һәм вена ҡанына әйләне. Был ҡан капилярҙарҙан ваҡ веналарға йыйыла. Улар эрерәктәренә тоташа. Өҫкө һәм аҫҡы эсе ҡыуыш веналар вена ҡанын уң яҡ йөрәк алдына килтерә.

Уң яҡ йөрәк алдынан вена ҡаны уң яҡ ҡарынсыҡҡа килә. Шул урында ҡан әйләнешенең бләкәй түңәрәге башлана. Ҡаҫҡарып уң ҡарынсаҡ ҡанды үпкә олонона ҡыҫырыҡлап сығара, ул үпкәгә ҡан алып барған үң һәм һул үпкә артеияһына бүленә. Үпке артериялында газ алмашыныу бара: вена ҡан углекислый газын бирә, кислород менән туйына һәм артерия ҡанына әйләнә.Дүрт үпкә венаһы буйлап артерия ҡаны һул йөрәк алдына әйләнеп ҡайта.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]