Ҡарабаш турғай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡарабаш турғай
Parus major m.jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Parus major Linnaeus, 1758

Бүлендек таксондар
См. текст
Ареал
изображение
Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 181418
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   561864
NCBI   9157
EOL   1051974

Ҡарабаш турғай , ҡара башлы турғай, майсыл, майсыл турғай, майгис, майгүс (урыҫ. Большая синица(лат. Parus major— турғай һымаҡтар отрядендәге ҡош.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Турғай ҙурлыҡ. Башы, түше һәм түшенән ҡорһа¬ғы аша ҡойроҡ аҫтына үткән һыҙыҡ ҡара. Сикәләре аҡ. Ҡанаттары һәм ҡойроғо һорғолт күк, арҡаһы йәшкелт һоро. Кәүҙәһенең аҫты ике яҡлап һары. Башҡа ҡарабаш турғайҙарҙан ҙурыраҡ булыуы менән айырыла.

Ҡарабаш турғай һайрауы
Parus major

Тауышы[үҙгәртергә]

Тауышы яңғырауыҡлы: «тин-тин-тиржжж». Күңелле һыҙғырып һайрай: «си-пи-си-пи-си-пи-ин-сә-ин-сә».

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә]

Төрлө урмандарҙа йәшәй. Ҡыш көнө торлаҡтарға яҡынлай. Бөжәктәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Бик киң таралған. Ағас ҡыуыштарында оялай. Ҡыҙыл һипкелле 9—13 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]