Ҡаранаев Марат Закир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡаранаев Марат Закир улы (1962) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2008) лауреаты — «Башҡортостан Республикаһының Конгресс-холл» күп функциялы бинаһын проектлау өсөн[1][2].

2016 йылдан алып — «БашНИИстрой» дәүләт унитар предприятиеһы институты директоры.

Конгресс-холл төҙөлөшөндә ҡулланылған конструктив сиселештәр авторҙары — «БашНИИстрой» Дәүләт унитар предприятиеһы институты белгестәре Альфред Готман һәм Марат Каранаев. Марат Ҡаранаев тарафынан тулыһынса тиерлек ҡоролманың ер өҫтөндәге өлөшө проектлана. Конгресс-холлдың дөйөм майҙаны — яҡынса 36 мең кв.метр, бина үҙ эсенә 839 урынлыҡ концерт залын, ике конференц-залды, музей-күргәҙмә комплексын, ресторан, ҡышҡы баҡса һәм 230 машина һыйҙырырлыҡ ер аҫты автопаркингын ала. Бында 200 метр оҙонлоғондағы кәкре һыҙыҡлы кәүҙәләнеште тотош быяла менән ҡаплау системаһы тәүге мәртәбә ҡулланыла[3].

2016 йылдан алып — «БашНИИстрой» Дәүләт унитар предприятиеһы институты директоры.

Был предприятие Башҡортостан төҙөлөш комплексының баш ғилми-тикшеренеү ойошмаһы булып тора. 61-йыллыҡ тарихында ул бөтә иң мөһим республика объектары төҙөлөштәрендә ҡатнашҡан, улар араһында Конгресс-холл бинаһы, тимер вокзалы һәм Өфө халыҡ-ара аэропорты реконструкциялары, «СемьЯ» сауҙа комплексы, «Касторама» сауҙа үҙәге, «Икеа-Мега-Ашан» сауҙа үҙәге, «Июнь» сауҙа үҙәге, «Lasselsberger Ceramics» заводы, Өфө йылғаһындағы Павлов ГЭС-ның шлюзын реконструкциялау. Шулай уҡ институт тиҫтәләгән торлаҡ йорттарын, мәктәптәрҙе, дауаханаларҙы, балалар баҡсаларын, сәнәғәт объекттарын тикшергән һәм проектлаған[4].

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Опыт проектирования зданий с монолитным каркасом — с учетом его пространственной жесткости и взаимодействия с основанием. Примеры использования программного комплекса SCAD Office в институте БашНИИстрой (г. Уфа) (авторҙашлыҡта)[5], ОПЫТ ПРОЕКТИРОВАНИЯ ЗДАНИЯ «КОНГРЕСС ХОЛЛА» В СЛОЖНЫХ ГРУНТОВЫХ УСЛОВИЯХ Г.УФЫ, 2009-09-21 (авторҙашлыҡта)[6], шулай уҡ Ҡаранаев М. З. төрлө форумдарҙа һәм төбәк фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыштар яһай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. УКАЗ Президента РБ от 27.09.2008 N УП-532 «О ПРИСУЖДЕНИИ ГОСУДАРСТВЕННЫХ ПРЕМИЙ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН ИМЕНИ САЛАВАТА ЮЛАЕВА 2008 ГОДА В ОБЛАСТИ ЛИТЕРАТУРЫ, ИСКУССТВА И АРХИТЕКТУРЫ»
  2. Официальная публикация в СМИ: «Республика Башкортостан», № 189 (26673), 30.09.2008, «Ведомости Государственного Собрания — Курултая, Президента и Правительства Республики Башкортостан», 05.11.2008, № 21 (291), ст. 1240
  3. http://www.niistroy.ru/o-predpriyatii/nasha-istoriya.html 2017 йыл 29 ноябрь архивланған.
  4. http://www.delomir.ru/nedvizhimost-i-stroitelstvo/1177-proekty-dlya-bashkortostana.html 2020 йыл 27 ноябрь архивланған.
  5. http://www.cadmaster.ru/magazin/authors/karanaev-mz.html
  6. http://www.pamag.ru/pressa/kongress-holl

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • [1] 2017 йыл 29 ноябрь архивланған. ГУП институт БашНИИстрой/
  • [2] 2020 йыл 27 ноябрь архивланған.
  • [3] Каранаев Марат Закирович — соавтор статьи в журнале CADmaster
  • [4] ОПЫТ ПРОЕКТИРОВАНИЯ ЗДАНИЯ «КОНГРЕСС ХОЛЛА» В СЛОЖНЫХ ГРУНТОВЫХ УСЛОВИЯХ Г.УФЫ