Ҡарасабан
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
| Ҡарасабан | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
|
Ата һәм инә ҡарасабан, рис. А. Торбёрна[1]
|
||||||||||||||
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Melanitta fusca (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 141561 |
Ҡарасабан, ҡара өйрәк, торпан(урыҫ. трупан) (лат. Melanitta fusca) —
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Һуна өйрәктәй. Күмәкләшеп йөрөйҙәр. Яҡшы сума. Муйынын, башын йыйыңҡырап йөрөй. Ата ҡоштоң ҡауырһындары ҡара, тик ҡанаттарындағы көҙгөләре генә аҡ. Ҡыҙғылт һары суҡышының төбө ҡалҡып тора. Инә һәм йәш өйрәктәрҙең дөйөм төҫө һорғолт көрән, кәүҙәһенең аҫ яғына ҡарай ағара бара. Башҡа өйрәктәр менән бутарлыҡ түгел.
[үҙгәртергә] Тауышы
Тауышы тоноҡ һәм тупаҫ: «ҡррааҡ-ҡррааҡ».
[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше
Урмандарҙағы һәм тауҙарҙағы күлдәр¬ҙә йәшәй, һыу үҫемлектәре һәм бөжәктәре менән туҡла¬на. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Беҙҙә яҙлы-көҙлө үтеп барышлай ғына туҡтап китәләр. Башҡортотанда Талҡаҫ күлендә күпләп оялайҙар.. Ите өсөн аулайҙар.
[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр
- ↑ Рисунок из книги: Мензбир М.А. Охотничьи и промысловыя птицы Европейской России и Кавказа. 2 тома и атлас. М., типо-литография Т-ва И. Н. Кушнерев и Ко., 1900-1902.