Ҡарағанат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡарағанат
Lanius collurio vogelartinfo chris romeiks R7F6269.jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Lanius collurio Linnaeus, 1758

Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 146414
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   560720
NCBI   56324
EOL   1050920
Ҡарағанаттың ояһы
Ҡарағанат һауала

Ҡарағанат ( урыҫ.обыкнове́нный жула́н, или сорокопут-жулан, лат. Lanius collurio Linnaeus, 1758) — турғайҙар отрядының ҡарағанаттар ғаиләһенән булған, Көнсығыш ярымшарҙа һәм Төньяҡ Америкала урманда йәшәүсе, бөжәктәр менән, йыландар, сысҡандар һәм ваҡ ҡош балалары менән туҡлана торған, ҡойроғо һәм ҡанаты ҡара, ҡалған ере күк төҫтә булған ултыраҡ һәм күсмә йыртҡыс ҡош.


Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Сыйырсыҡтан бәләкәйерәк. Ғәҙәттә, ҡоро ботаҡтарҙа йәки сымдарҙа ултыра. Түбәһе һоро, арҡаһы көрән. Күҙҙәре аша үткән киң һыҙыҡ, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара. Ҡойроғоноң ике яҡ ситенн аҡ һыҙыҡтар үтә. Кәүҙәһенең аҫ яғы, ҡойроҡ төбө алһыу аҡ. ваҡ һайҫҡандан һәм алағанаттан бәләкәй кәүҙәһе, тигеҙ ҡара ҡанаттары менән айырыла. Тауышы көслө генә: "тек-тек" һәм ҡарлыҡҡан "шжаа-шжаа". Башҡа ҡоштарҙыү тауыштарын сығарып һайрай.

Йәшәүе[үҙгәртергә]

Урман ситтәрендә, ҡыуаҡлыҡтарҙа, баҡсаларҙа була. Ҡыуаҡта оялай. Күсмә ҡош. Киң генә таралған.

Туҡланыуы[үҙгәртергә]

Төрлө бөжәктәр менән туйына.

Үрсеүе[үҙгәртергә]

Ҡара көрән таплы 4-6 бөртөк йәшел йомортҡаһы була.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]