Ҡаты диск

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Western Digital WD400 3.5" ҡаты дискаһың өҫкө һәм аҫҡы күренеше

Ҡаты диск һаҡлағысы йәки HDD, йәки ҡаты диск, ҡайһы берҙә диск, компьютерҙарҙа берәй ниндәй мәғлүмәт һаҡлау өсөн ҡулланыла. Ҡаты дискта мәғлүмәт һаҡлау өсөн магниттар ҡулланыла. Ҡаты диск һыйыҙырышлығы күбеһенсә гигабайттарҙа үлсәнелә (Гб). Гигабайт бер мең мегабайт тирәһе, һәм мегабайт бер миллион байт тирәһе; гигабайт яҡынса бер миллиард байт. Ҡайһы бер ҡаты дисктарҙың мөмкинлектәр шул тиклем ҙур булғанлыҡтан, уларҙың һыйҙырышлыҡтары терабайттарҙа үлсәнелә (Тб), ошо бер терабайт яҡынса мең гигабайт (1 Тб = 1024 Гб)


Төрлө интерфейстар[үҙгәртергә]

Serial ATA кабельдар ҡаты диск элемтәһен тоташтырыуҙа киң таралған

Ҡаты дискта төрлө интерфейстар һәм порттар ҡулланыла. Интерфейс ғәмәлдә ике өлөштән тора. Беренсеһе, сигнал тапшырыу спецификацияһы. Был үҙ эсенә, нидәй кабельдар ҡулланылыуын, ниндәй оҙонлоҡағы кабельдар була ала һәм башҡаларҙы аныҡлай. Икенсе өлөш, интерфейста аныҡлы тел ҡулланыуын тасурилай. Был сара сигналдың ниндәй булыуы тураһында әйтә. Ҡаты дисктарҙың төрлө төрҙәре булғандай, шулай уҡ интерфейстарҙың да төрлө төрҙәре бар. 2009 йылда ҡаты дискты тоташтырыу өсөн Serial ATA (бер-бер артлы ATA) элемтәһен ҡулланғандар.

Тәүҙә IDE тоташтырыуы тип аталған элемтәне, бөгөн Parallel ATA (параллель ATA) тип атайҙар. Ҙур данныйҙар эшкәртеүсе үҙәктәрҙә сүс-оптик каналды йыш ҡулланалар.

Серверҙар өсөн SCSI интерфейсын бик йыш ҡулланалар. SCSI интерфейстың бер нисә төрҙәре һәм версиялары бар, параллель һәм бер-бер артлылы SCSI ҡушымталар, һәр бер киңәйтеү шарттары тиҙлеккә һәм хаҡына ҡарай. Серверҙарҙа бер нисә SCSI дикстар бер береһе менән бергә йыш ҡулланыла, был данныйҙарҙы юғалтыуҙан һаҡлау өсөн йәки боҙоуға ҡаршы эшләнә (был RAID тип билдәле - һәм тағы күп төрлө конфигурация һайлау формалары бар).