Ҡашҡалаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Свиязь
Ҡашҡалаҡ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ҡаҙ һымаҡтар
Ғаилә: Өйрәктәр
Ырыу: Йылға өйрәктәре
Төр: Ҡашҡалаҡ
Латинса исеме
Anas penelope
Linnaeus, 1758
ITIS 175092
NCBI 8838
Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 100600429

Ҡашҡалаҡ (урыҫ.  свиязь, лат. Anas penelope)— Палеарктика өлкәһендә оялай торған, аулау өсөн мөһим булған, уртаса ҙурлыҡтағы күсмә ҡош; өйрәктәр ғаиләһенә ингән һунар ҡошо.

Ҡашҡа өйрәк, ҡашҡалдаҡ, ҡашҡалтай. йорт өйрәгенән бәләкәйерәк. Яҙғы ата өйрәктең башы ерәнһыу көрән, маңлайы һәм түбәһе аҡһыл һары, һырты һәм ҡабырғалары һоро. Ҡойроғо, ҡанатының осо ҡара, түше асыҡ көрән, ҡорһаҡ яғы аҡ. Суҡышы зәңгәр. Башҡа өйрәктәрҙән маңлайындағы һәм түбәһендәге һарғылт аҡ һыҙығы менән айырыла. Осҡанда киң ҡанаттарында аҡ һыҙыҡ күренә.

Ата өйрәк һыҙғыра, инәһе ҡыҫҡа ғына «керрр» тигән тауыш сығара.

Ярҙары ҡамышлы күлдәрҙә, йылға-ларҙа йәшәй. Башлыса һыу үҫемлектәре, һирәкләп һыу йәнлектәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә, үлән араһында, 7.—11 бөртөк аҡһыл һары йомортҡаһы, була. Ите есөн аулайҙар.


Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90

Һылтанмалар[үҙгәртергә]