Ҡаҙағстанда үлем язаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаҙағстанда үлем язаһы
Дәүләт  Ҡаҙағстан

Ҡаҙағстанда үлем язаһы  — Ҡаҙағстан Енәйәт кодексында һәм Ҡаҙағстан Конституцияһында ҡаралған яза, ул кеше үлемдәре менән бәйле хөкөм ителгән террорсыларға, хәрби ваҡыттарҙа айырыусы ауыр енәйәт ҡылған һәм ил президентының ғүмеренә ҡул һуҙған заттарға ҡарата ҡулланылыуы мөмкин[1][2][3]. Үлем язаһы атыу аша башҡарыла. Ҡаҙағстандың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгәндән алып 536 үлемгә хөкөм ҡарары башҡарыла, һуңғыһы 2003 йылда башҡарыла (мөһләт башланға тиклем 12 кеше үлем язаһына хөкөм ителә). Хәҙерге ваҡытта илдә үлем язаһына мөһләт эшләй.

Енәйәт кодексы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙағстандың енәйәт кодексы үлем язаһын ғәҙәттән тыш яза сараһы тип ҡарай, ул кеше үлеме менән бәйле террорсыларға, йәки хәрби ваҡытта айырыуса ауыр енәйәт ҡылғандарға ҡарата ҡулланыла. Шундай яза ҡаралған 17 енәйәт иҫәбендә «Һуғыш алып барыуҙа тыйылған саралар һәм алымдарҙы ҡулланыу», «Геноцид», «Ялланыу», «Хәрби ваҡытта дәүләткә хыянат итеү», «Ҡаҙағстан Республикаһының беренсе президенты — милләт лидерының ғүмеренә ҡул һуҙыу» (ул тере ҡалһа ла), «Диверсия», «Террорлыҡ акты», «Һуғыш ваҡытында хәрби хеҙмәтте үтәүҙән ситләшеү йәки баш тартыу», «Хәрби ваҡытта дезертирлыҡ» һәм башҡалар телгә алына. Үлем язаһы кәм тигәндә бер йылдан һуң көсөнә инеү менән башҡарыла. Үлем хөкөмөн ҡатын-ҡыҙҙар, бәлиғ булмағандар һәм оло йәштәге кешеләр өсөн ҡулланыу тыйыла[4].

Үлем язаһын ғүмерлеккә иректән мәхрүм итеү менән алмаштырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2003 йылдың 17 декабрендә Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Назарбаев үлем язаһы хөкөмөн башҡарыуҙы бөтөрөлөүе тураһында мәсьәләне ҡарағанға тиклем срокһыҙ мөһләт индереүе тураһында иғлан итә, ҡарар 2004 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә[5]. 2007 йылдан Ҡаҙағстан Конституцияһында үлем язаһы яза сараһы булараҡ террорлыҡта һәм хәрби ваҡыттарҙа айырыуса ауыр енәйәттәрҙә хөкөм ителеүселәргә ҡарата ҡулланыла, быны шулай уҡ Amnesty International ҡеүәтләйl.

2016 йылда Ҡаҙағстан Енәйәт кодексының яңы редакцияһы буйынса һәм үлем язаһын яза сараһы булараҡ телгә алыу кәрәклеге тураһында фекер алышыуҙар башлана. Ҡаҙағстан Генераль прокуроры урынбаҫары Иоганн Меркель үлем язаһын бөтөнләй юҡҡа сығарыуҙы хупламай. Фекер алышыуҙар барышында үлем язаһына тарттырылған кешеләр исмелеген киңәйтеү тәҡдим ителә, ул исемелеккә коорпуцияға хөкөм ителгәндәрҙе, педофилдарҙы һәм наркотик һатыусыларҙы индереү ҡарала. Әммә Ҡаҙағстан Сенаты депутаты Дәриғә Назарбаева педофилдарға ҡарата үлем язаһы индерелеүен кире ҡаға, уларға химик бестереү ҡулланыла, тип белдерә[6].

Хөкөм ҡарарын көтөүселәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙер үлем язаһы ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеү менән алмаштырыла: элек үлем язаһына хөкөм ителгән 100-ҙән ашыу кеше хәҙер ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителеп, «Ҡара Бөркөт» (Кустанай өлкәһе) колонияһында ултыра. Мөһләт индерелеү менән үлем язаһы кәм тигәндә 5 кешегә ҡарата ҡулланыла. 2006 йылда Ҡаҙағстандың элекке илсеһе һәм Ҡаҙағстан Республикаһының Хөкүмәт ағзаһы Сәрсенбайулы Алтынбекты үлтергәне өсөн үлем язаһына полиция офицеры Ибраһимов Рөстәм хөкөм ителә, әммә 2014 йылда Ибраһимовҡа үлем язаһын ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеү язаһы менән алмаштыралар[7]. 10 йылдан һуң, 2016 йылдың 10 ноябрендә ислам эсктремистары менән хеҙмәттәшлектә ғәйепләнеүсе Кулекбаев Руслан Алматылағы террорлыҡ акты барышында 10 кешене үлтергәндән һуң үлемгә хөкөм ителә[8].

Фекерҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылда Ҡаҙағстан Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының үлем язаһына мөһләтен хуплаһа ла, Ҡаҙағстанда үлем язаһына мөһләтте индергәндән алып уны бөтөрөү буйынса бәхәстәр бара.

Мөһләт яҡлылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙағстан Парламентының түбәнге палатаһының бер рәт депутаттары, Руслан Кулекбаевтың эшен тикшереп, мөһләтте һаҡлау өсөн сығыш яһай. Мәҫәлән, Азат Перуашев үлем язаһына мөһләтте хуплай, бер кем өсөн дә ташлама яһалырға тейеш түгел һәм кешегә йәшәү өсөн хоҡуҡ тыумыштан бирелә, тип белдерә. Халыҡ-ара эштәр, оборона һәм хәеүфһеҙлек буйынса комитет рәйесе Мәүлин Әшимбаев үлем язаһы мөһләт ғәмәлдән сыҡҡан осраҡта ғына башҡарыла ала, тип хәбәр итә. Тағы бер депутат, Айҡын Конуров, Ҡаҙағстандың Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһына инеүе өсөн үлем язаһынан баш тартыр кәрәк, тип белдерә[9].

Үлем язаһы яҡлылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы бер сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре үлем язаһын кәм тигәндә илдә террорсыларға ҡарата тергеҙергә кәрәк тип иҫәпләй: был идеяны Аҡтүбәләге теракт серияларынан һуң Астана ҡала суды судьяһы Әлимбаев Сайран да хуплай[10].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]