Ҡерҡенна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Керкенна
ғәр. جزر قرقنة
Ҡерҡенна йыһандан
Ҡерҡенна йыһандан
Характеристикалар
Утрауҙар һаны
Иң эре уртауШерги 
Майҙаны160 км²
Иң бейек нөктәһе13 м
Халҡы14 400 чел. (2006)
Халыҡ тығыҙлығы90 кеше/км²
Урынлашыуы
34°45′02″ с. ш. 11°04′03″ в. д.HGЯO
АкваторияГабес
Ил
ВилайетСфакс
 Ҡерҡенна Викимилектә

Ҡерҡенна[1] (ғәр. جزر قرقنة‎) — Габес ҡултығында урынлашҡан Тунистың көнсығыш ярындағы утрауҙар төркөмө. Сфакс виләйәтендә Ҡерҡенна коммуннаһын тәшкил итә, унан 18 км алыҫлыҡта ята.


Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тирә-яғы бәләкәй утрауҙар менән уратылған, ике уйһыу Шерги һәм Гарби утрауҙарынан тора. Климаты йылы, ҡоро, көслө елле, йыллыҡ яуым-төшөм 200 мм тәшкил итә. Флора ксерофиттарҙан тора, күбеһенсә пальмалар.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борон-борондан Ҡерҡеннала тунистар йәшәгән, әммә римдарҙың хакимлығы ваҡытында бында төбәктәге судноларҙың порты һәм күҙәтеү пункты урынлаша. Рим империяһының тарҡалыуынан һуң, утрауҙар үҙҙәренең эллекке тормошона ҡайта һәм әлегә тиклем уларға модеринзация ҡағылмай тиерлек.


Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баш ҡала Эр-Ремла Шергиҙа урынлашҡан. Халҡы — 20000 кеше. 1980 йылдарҙағы ҡоролоҡ арҡаһында комунна халҡының һаны бик ныҡ кәмей. Утрауҙарҙа ирригацион системаларҙың булмауы сәбәпле, халыҡ матрикка күсергә мәжбүр була, күпселеге Сфакста төпләнә.


Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл хужалығы үҫешмәгән, ул һатыуға бармаған ваҡ малсылыҡтан (кәзәләр һәм тауыҡтар) тора. Утрауҙа йәшәүселәрҙең төп кәсебе — балыҡсылыҡ. Улар материкка экспорт өсөн етештерелгән һигеҙаяҡтарҙы тота. Иҫтәлекле урындар һәм инфракструктура булмағанлыҡтан туризм үҫешмәгән тиерлек. Шулай ҙа тунистар бында ял көндәренә килә, ә ҡайһы берҙәренең икенсе йорттары бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Тунис. Справочная карта. Масштаб 1:1 000 000. Омск, Роскартография, 2004