Ҡонаев Йәүҙәт Сабир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәүҙәт Сабир улы Ҡонаев
Тыуған көнө

7 март 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (97 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Арғаяш кантоны (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Баязит ауылы

Ғилми даирәһе

геология

Альма-матер

Ҡаҙаҡ тау‑металлургия институты

Ғилми дәрәжәһе

геология-минералогия фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Ҡонаев Йәүҙәт Сабир улы (рус. Джавдат Сабирович Кунаев; 7 март 1927 йыл) — ғалим-тау инженеры‑геолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1974), профессор (1981). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984) һәм Шоҡан Вәлиханов исемендәге премияһы лауреаты (1971). Сәйәси золом ҡорбаны.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәүҙәт Сабир улы Ҡонаев 1927 йылдың 7 мартында Башҡорт АССР-ы Арғаяш кантоны (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Баязит ауылында тыуған.

1931 йылда атаһы Сабирға, «кулак» мөһире тағылып, ҡатыны Мәғәфүрә Вәли ҡыҙы (1895—?), улы Йәүҙәт һәм ҡыҙы Зифа (1928—?) менән бергә Себергә — Кемерово өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһына һөргөнгә ебәрелә[1].

1950 йылда Ҡаҙаҡ тау‑металлургия институтын тамамлағандан һуң, шунда эшләй башлай. 1956 йылдан Ҡаҙаҡ тау‑металлургия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре[2].

1964 йылдан Ҡаҙағстан минераль сеймал ғилми-тикшеренеү институтының геология секторы мөдире, ә 1974 йылдан — Ҡаҙаҡ ССР‑ы Фәндәр Академияһының Геология фәндәре институтының ғилми секретары һәм сектор мөдире вазифаһын башҡара[2].

1970—1974 йылдарҙа Алма-Аталағы К. И. Сатпаев исемендәге Ҡаҙаҡ милли техник университетында уҡытыусы булып эшләй, 1979—1994 йылдарҙа шул уҡ университеттың тарих һәм төбәк геологияһы кафедраһы мөдире вазифаһын үтәй[2].

Йәүҙәт Ҡонаев — 150 фәнни хеҙмәт авторы, уның фәнни тикшеренеүҙәре төбәк геологияға һәм металлогенияға бағышланған. Ҡонаев тарафынан геология‑разведка эштәрен үткәреү өсөн перспективалы металлогеник, геохимик һәм мәғдән бүлкәттәре айырып күрһәтелә; Башҡортостандың Урал алды һәм Ҡаҙағстан биләмәләрендәге геологик структураларҙың дуғаланып тоташыу характеры нигеҙләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм премиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шоҡан Вәлиханов исемендәге премия лауреаты (1971)
  • Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984)

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Полезные ископаемые Казахстана. — Алма-Ата: Казгосиздат, 1956. — 150 с
  • Центральный Казахстан — сокровищница полезных ископаемых; О-во по распространению полит. и науч. знаний. — Алма-Ата, 1958. — 37 с.
  • Металлогеническая и геохимическая зональность территории Казахстана; АН КазССР, Ин-т геол. наук им. К. И. Сатпаева. — Алма-Ата: Наука, 1976. — 255 с.
  • Недра раскрывают тайны. — Алма-Ата: о-во «Знание» КазССР, 1983. — 47 с.
  • Геология и полезные ископаемые юго‑востока Тургайского прогиба и Северного Улытау: в 2 т. — Алма‑Ата, 1984. (авторҙаш)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]