Ҡояш пирамидаһы
Ҡояш пирамидаһы — Мезоамерикала һәм Теотиуакан ҡалаһында иң ҙур төҙөлгән ҡоролма. Ул Серро-Гордо тауы күләгәһендә Ай пирамидаһы һәм Цитадель араһында Үлеләр Һуҡмағында урынлашҡан һәм ҙур храм комплексының өлөшө булып тора. Пирамида Мексиканың баш ҡалаһы Мехиконың төньяҡ-көнсығышында 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Паримида бейеклеге 64,01 метр (200 фут).[1]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡояш пирамидаһы исемен XIII быуатта ташландыҡ булған Теотиуакан урынына күсеп килгән ацтектар биргән. Улар йыһанды көс менән байытыу өсөн ошо урында аллалар йыйылған тип уйлаған. Теотиуакан атамаһы «кешеләр аллаға әйләнгән урын» тигәнде аңлата. Теотиуакан кешеләре пирамиданы нисек атағаны билдәһеҙ.
Пирамиданың төҙөлөшө һәм ориентацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пирамида ике кимәлдән тора. Беренсе ҡаты яҡынса Б. Э.Т 100 йылда төҙөлгән һәм Египет Гизаһындағы Хеопс пирамидаһынан нигеҙе ни бары 3 %-ҡа бәләкәйерәк. Нигеҙе 225×225 м, ә бейеклеге 64 м. Был, Египеттағы Хеопс пирамидаһынан һәм Мексикалағы Чолулу пирамидаһынан ҡалышып, ҙурлығы буйынса донъяла өсөнсө пирамида булып тора.[2] Икенсе ҡатында III быуатта төҙөлгән миһрап (алтарь) ҡуйылған булған, ул беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған. Пирамиданың түбәһендәге храм тәбиғи рәүештә йәки кеше тарафынан емерелеүе ниндәй аллаға бағышлап төҙөлгән икәнен белдертмәй.
1906 йылда президент Порфирио Диас указы буйынса пирамиданы тикшереү башлана. Мексиканың Колумбҡа тиклем осорон өйрәнеү һәм Мексиканың 100 йыллыҡ бойондороҡһоҙлоғон билдәләү маҡсат итеп ҡуйыла.[3]
1971 йылғы ҡаҙыу эштәре барышында пирамида аҫтында яһалма туннель булыуы асыҡлана. Тунелль пирамида уртаһында 6 метр тәрәнлектәге «мәмерйә» менән тоташҡан. Быға тиклем туннель лава ағымы барлыҡҡа килтергән тәбиғи туннель тип иҫәпләнгән булһа, ҡаҙыу эштәре туннельдең яһалма булыуын иҫбатлай.
Пирамиданың эсендә һәм тирә яғында бер нисә артефакт табыла. Обсидиан (вулкандан барлыҡҡа килгән быяла) уҡ баштары һәм кеше фигуралары күрше Ай пирамидаһында һәм Ҡанатлы Йылан храмында табыла. Пирамиданың мөйөштәрендә ерләнгән балалар мәйете табыла, балалар ҡорбанға килтерелгән тип иҫәпләнә.[4]
Рәсемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ҡояш пирамидаһы
-
Ҡояш пирамидаһы һәм Үлеләр Һуҡмағына Ай пирамидаһынан күренеш
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Rene Millon, Bruce Drewitt Earlier Structures within the Pyramid of the Sun at Teotihuacάn (англ.
- ↑ World Mysteries — Mystic Places: Teotihuacan, history, photos, astronomical alignment 2015 йыл 9 июль архивланған.
- ↑ Mexique : Teotihuacán — Pyramide du Soleil
- ↑ Hans-Joachim Löwer. Ruinenstadt Teotihuacán: Gräbersuche in der Stadt der Menschenopfer, Spiegel Online (05.11.2006).