Ҡунаҡ күрһәтеү
Уҡыу көйләүҙәре
Ҡунаҡ күрһәтеү — килгән ҡунаҡҡа ихтирам йөҙөнән үткәрелгән, башҡорттарҙа киң таралған йола. Ҡайһы бер райондарҙа был йола ҡунаҡ күреү тип атала.
Бер ғаиләгә алыҫтаныраҡ ҡунаҡ килһә, хужа кеше әҙерленеп, туған-тыумасаны, күрше-күләнен, яҡын күргән дуҫ-иптәштәрен мәжлескә саҡыра. Шулай итеп алыҫтан килгән ҡунаҡ туғандары, ҡоҙалары, хужаның күрше-күләндәре менән таныша. Мәжлестә хәл-әхүәл һорашып, уйын-көлкө менән ваҡыт үткәрәләр.
Ҡунаҡ күрергә килгән барлыҡ ғаиләләр ҡунаҡты хужалар менән бергә үҙенә саҡыра, ҡунаҡ итеүҙе үҙ бурысы итеп һанай. Шулай итеп ҡунаҡҡа ихтирам күрһәтелә, ҡунаҡ ваҡытын күңелле һәм файҙалы үткәрә.