Ҡупшы турғай

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

. Ҡупшы турғай (Щегол )- Европала, Азияның көньяғында һәм Төньяҡ Африкала йәшәй торған, аҡ, ҡара, көрән-ҡыҙыл, аҡһыл-көрән һәм һары төҫтәр ҡатыш ала булған һайраусы турғай


Ҡупшыҡай, ала турғай, көйәҙ турғай. Турғай ҙурлыҡ. Тегәнәк араларында күмәкләшеп йөрөйҙәр, һайраған саҡта ян-яғына борғолана. Түбәһе, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара, аҡ таптары бар. Арҡаһы, түшенең ике яғы, ҡанаттарының уртаһы асыҡ һарғылт көрән. Суҡышы тирәләп сағыу ҡыҙыл тап бар. Сикәләре, түше, ҡорһағы аҡ. Башҡа ҡоштар менән бутап булмай.

Тауышы яңғырауыҡлы: «пит-лили-пит». Сырылдап һайрай.


һирәк ағаслы урмандарҙа, ауыл һәм ҡалаларҙағы ағастарҙа йәшәй. Үлән орлоҡтары, бөжәктәр менән туйына. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йәшәй. Киң генә таралған. Ояһын ағастарҙа ҡора. Ҡыҙыл көрән таплы 4—5 бөртөк зәңгәр йомортҡаһы була.


[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90


[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә