Ҡурҙай
| Ҡурҙай | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Acrocephalus palustris (Bechstein, 1798) |
||||||||||||||
|
Ҡурҙай (Урыҫ.Болотная камышовка, лат. Acrocephalus palustris)- килейектар ғаиләһенән булған һайраусы ҡош.
Йөкмәткеһе |
Ҡылыҡһырлама [үҙгәртергә]
Турғайҙан бәләкәйерәк. Бик теремек бәләкәй генә ҡошсоҡ.Һырт яғы көрәнһыу ерән,ҡорһаҡ яғы аҡһыл ерән.Күҙҙәре өҫтөндә аҡһыл ҡаштары бар. Ҡойроғоноң осо туңәрәкләнеп тора.Башҡа ҡурҙайҙарҙанбашлыса тауышы менән айырылып тора.Тауышы көслө:"шаҡ-шаҡ". Шығырҙап һайрай.Башҡа ҡоштарҙың да тауышын сығарып һайрай ала. Күсмә ҡош. Киң таралған.
Йәшәү урындары [үҙгәртергә]
Һыуға яҡын урындағы таллыҡтарҙа, ҡамыш араларында йәшәй. Шуға күрә халыҡ телендә ҡамыш ҡурҙайы тип тә йөрөтөлә.Ояһын ҡамыш һабаҡтарына беркетеп яһай.
Туҡланыуы [үҙгәртергә]
Төрлө ваҡ бөжәктәр,үрмәкселәр, молюскалар, үлән орлоҡтары менән туҡлана.
Үрсеүе [үҙгәртергә]
Ҡара- көрән таптар менән сыбарланған 4-5 бөртөк аҡ, йәки күкһел йәшел йомортҡа һала.Аталы - инәле алмашлап 12-14 көн баҫалар. Себештәре 12-14 көндән үҙаллы йәшәй башлай.
Ырыуҙаштары [үҙгәртергә]
- Сыбар ҡурҙай
- Тал ҡурҙайы
- Йырсы ҡурҙай
- Алабаш ҡурҙай
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- И.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. 1986, Өфө.
Иҫкәрмәләр [үҙгәртергә]
- Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 330. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.