Ҡырмыҫҡалы (ауыл)
Википедия – ирекле энциклопедия
(Ҡырмыҫҡалы битенән йүнәлтелде)
Ҡырмыҫҡалы ауылы ( Урыҫса — Кармаскалы) Ҡырмыҫҡалы районының үҙәге (1930). Өфөнән көнъяҡка 50 саҡрым алыҫлыҡта. Почта индексы —- 450020.
2002 йылдағы Бөтәрәсәй халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса Ҡырмыҫҡалыла 7843 кеше йәшәй. Башлыса татарҙар (53,6%), башҡорттар (30,6%), урыҫтар (8,5 %) һам сыуаштар (4,2%) йәшәй.
Билдәле яҙма мәғлүмәттәр буйынса ауылды мишәрҙәр 1758 йылда ойошторған. XIX быуат һуңында ауылда 3 мәсет, 3 мәҙрәсә булған.