Ҡыр турғайы

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ҡыр турғайы (урыҫ.полевой воробей )(Passer montanus L )


Сыпсыҡ, ҡыр сыпсығы. Йорт турғайы ҙурлығында. Түг бәһе асыҡ көрән. Тамағында һәм сикәләрендә ҡара тап¬тар бар. һырты ҡара таплы һарғылт көрән, өҫ яғы аҡһыл һоро. Йорт турғайынан көрән түбәһе, сикәләрендәге ҡара таптары менән айырыла.

Яңғырауыҡлы итеп сырылдай: «сыр-сыррр».

Ауылдағы, ҡалалағы ағаслыҡтарҙа, яҡын¬дағы урмандарҙа, ҡабаҡтарҙа йәшәй. Ултыраҡҡощ. Бик киң таралған. Ағас ҡыуыштарында, тәҙрә баштарында, ҡыйыҡ аҫтарында, өңдәрҙә оялай. 5—6 бөртөк аҡ төҫтәге йәки ҡара-көрән таплы һорғолт йомортҡаһы була. Яҙғыһын, зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерһә, көҙгөһөн игенгә зыян итә.


[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90


[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә