Ҡыҙыл турғай

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ҡыҙыл турғай (Обыкновенная чечевица ) - Ҡыҙылтүш, ҡантүш, алһыу турғай. Ҙурлығы турғайҙай. Ата ҡоштоң арҡаһы, ҡанаттармы, ҡойроғо ҡыҙғылт көрән. Башы, түше, өҫ яҡтан ҡойроҡ төбө ҡыҙыл, ҡорһағы ал¬һыу. Инә ҡоштоң һырты йәшкелт көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы көрәнһыу һыҙыҡлы аҡһыл һоро. Ҡыҙылтүштән башы ҡыҙыл булыуы, бәләкәйлеге менән айырыла.


Матур итеп һыҙғыра: «тйүии». һайрауы һыҙғырыуҙан һәм яңғырауыҡ¬лы сутылдауҙан тора.


Урман ситтәрендә, болондарҙағы ҡыуаҡлыҡтарҙа, яр буйҙарындағы шырлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө орлоҡтар, бөжәктәр ашай. Киң генә таралған күсмә ҡош. Ағасҡа йәки ҡыуаҡта оялай. Көрән таплы 5—6 бөртөк йәшкелт зәңгәр йомортҡаһы була.


[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90


[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә