Үрмәксе һымаҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Үтмәксе һымаҡтар
Үрмәксе һамаҡтарҙың күплелеге
Kunstformen der Natur
китабынан иллюстрация Эрнста Геккеля (1904)
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуынтыҡ аяҡлылар
Класс: Үрмәксе һымаҡтар
Латинса исеме
Arachnida Cuvier, 1812
Отрядтәр
ITIS 82708
NCBI 6854
Терафоз Блонда үрмәксеһе 25 см-ға етергә мөмкин
Үрмәксе һымаҡтарҙын бөжәктәрҙән айырмаһы: (һул яҡта өй ҡандалаһы; уң яҡта дәрүиш үрмәксе) : ослоҡтары (1), кәүҙә өлөшө (2), тышсаһы (3)

Үрмәксе һымаҡтар (лат. Arachnida) — быуынтыҡ аяҡлы хайуандар, уларға үрмәкселәр, саяндар, талпандар, ялған саяндар һ.б. инә Үрмәксе һымаҡтарҙың латинса исеме грек һүҙе ἀράχνη «үрмәксе»нән килеп сыҡҡан. Алиһә Афина үрмәксегә әйләндергән Арахна тураһында миф бар. Үрмәксе һыаҡтарҙы өйрәнә торған фән арахнология тип атала. Үрмәксе һымаҡтар классы 36 меңдән артың төрҙө берләштерә. Үрмәксе һымаҡтар быуынтың аяҡлылар араһында беренсе булып ҡоро ергә йәшәүгә күскәндәр. Әлеге шарттарға ярашыу барышында күп формаларға бүленгәндәр. Хайуандарҙың был төркөмөндә ослоҡтарҙын беренсе пары аҙыҡты ваҡлау һәм иҙеү органдарына хелицерарарға әйләнгән. Икенсе пар ослоҡтар табышты эләктереү һәм тотоу өсөн педипалтпалар (ҡамсы аяҡлылар) булып зеҙмәт итә. Үрмәксе һымаҡтарҙың йөрөү өсөн дүрт аяғы бар. Улар үпкәләр һәм трахеялар ярҙамында һулыш ала.

Төҙөлөшө[үҙгәртергә]

Үрмәксе һымаҡтарҙың ҙурлығы бер нисә микрондан алып бер нисә см-ға тиклем етергә мөмкин. Тәне күкрәктән һәм башкүкрәктән тора. Башкүкрәктә алты пар ослоҡтар урынлашҡан. Беренсе ике пар — хелицералар (аҙыҡты ваҡлау өсөн) һәм педипальпалар (аҙыкты тотоу өсөн). Хелицерҙар ауыҙ алдында урынлашҡан, улар күберәк өс быуынлы ҡыҫҡыстарға оҡшаған. Һуңғы быуыны хәрәкәтсән бармаҡ ролен үтәй. Педипальпалар (икенсе пар ослоҡтар) бер нисә быуынтыҡтан тора. Педипальпаларҙың төп быуынтығы аҙыҡты ваҡлай һәм иҙә. Саяндарҙа педипальпалар көслө оҙон кыҫкыстарға әүрелгән. Башкүкрәк ослоҡтарының ҡалған дүрт пары 6-7 быуынтыҡлы. Ослоҡтар тырнаҡ менән ҡапланған һәм хәрәкәт итеүҙә ҡатнаша. Үҫеп еткәс урмәксе һымаҡтарҙың ҡорһағында ослоҡтар булмай.

Нерв системаһы үрмәксе һымаҡтарҙың төҙөлөшө буйынса төрлө. Һиҙеү органдары менән бәйләнгән йотҡолоҡ өҫтө нерв төйөнө ныҡ үҫеш алыуы уралҙың дөйөм билдәһе булып тора. Баш мейе ҡыҫала һымаҡтарҙыҡына карағанда ҡатмарлыраҡ. Һиҙеү орнандары механик тынысһыҙландырыуҙы үабул итә. Һиҙеү төктәре ҡармауыс аяҡтарҙа бик күп. Күреү органдары ябай төҙөлөшлө. Күҙҙәр башкүкрәктең артҡы аяғында ғәҙәттә 12, 8, 6, һирәк кенә 2-шәр булыр урынлашаҡан. Саяндарҙа уртала бер пар ҙүрыраҡ күҙ һәм 2-5 пар ян күҙҙәр урынлаша. Үрмәкселәрҙә 8 күҙ була.

Ҡан йөрөшө системаһы йомоҡ түгел. Ҡапсыҡ һымаҡ йөрәктән башланып тән ҡыуышлығына асылған бер нисә ҡан тамырынан тора. Һулыш алыу органдары. Ҡайһы бер төрөндә үпкә ҡапсығы, икенселәрендә трахеялар, өсөнсөлңәрендә үпкәләр һәм трахеялар хеҙмәт итә. Талпандарҙа газ алмашыу йоҡа тән япмаһы аша башҡарыла.

Аш ҡайнатыу системаһы йотҡолоктан башлана. Йотҡолоҡта ҙур булмаған бер пар төкөрөк биҙҙәре урынлашҡан, улар эшләп сығарған сыйыҡса аҡһымдарһы таратырға һәләтле. Был сыйыҡса үлгән табышның тәненә керетелә һәм уның есен сыйыҡ бутҡаға әйлендерә. Бер аҙҙан үрмәксе ҡайнатылған сыйыҡ аҙыҡты һура. Шулай итеп үрәкселәрҙә тышҡы аш ҡайнатыу ҡвуышлыҡтан ситтә башкарыла.

Күпселек үрмәксе һымаҡтар — йыртҡыстар. Улар араһында ҡан менән туҡланыусы паразит формалары ла, үҫемлек һутын һурыусы йәки үҫемлек ҡалдыҡтары менән туҡланыусылар ҙа бар.

Бүлеп сығарыу системаһы ғәҙәттә тармаҡлы бер пар мальпиги көпшәһенән — эсәклектең һыҡыр үҫентеләре булған көпшә каналдарҙан тора. Матдәләр алмашы продукттары ошы көпшәләр буйлап эсәклеккә йыйыла һәм организмдан сығарыла.

Үрсеүе һәм үҫеше. Үрмәкес һымаҡтар айырым енесле. Енес биҙҙәре ҡорһакта урынлашҡан, ҡайһы саҡ парлы була. Үрмәксе һымаҡтарҙа эске аталаныу барлыҡҡа килә. Кубеһе туҡлыҡла матдәләргә бай эре күкәйҙәр һала. Яралғының эмбриональ үҫеш осоро куҙы эсендә уҙа. Талпандарҙан башҡа, үрмәксе һымаҡтарҙа постэмбриональ уҫеш осоро личинка барлыҡҡа килтермәйсә барлыҡҡа килә. Күпселек саяндарҙа һәм ҡайһы бер талпандарҙа тереләй тыуҙырыу күҙетелә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Жизнь животных. Энциклопедия в шести томах. Том 3. (том посвящен сухопутным членистоногим). Общая редакция члена-корреспондента АН СССР профессора Л. А. Зенкевича. — Москва: Просвещение, 1969. — 576 с. (урыҫ.)
  • Рупперт Э. Э., Фокс Р. С., Барнс Р. Д. Членистоногие // Зоология беспозвоночных. Функциональные и эволюционные аспекты = Invertebrate Zoology: A Functional Evolutionary Approach / пер. с англ. Т. А. Ганф, Н. В. Ленцман, Е. В. Сабанеевой; под ред. А. А. Добровольского и А. И. Грановича — 7-е издание. — М.: Академия, 2008. — Т. 3. — 496 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-7695-3496-6. (урыҫ.)