Үҙәк процессор

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Pentium Үҙәк процессоры

Үҙәк процессор

Структура[үҙгәртергә]

Процессор (ингл. Central Processing Unit) һәр бер компьютерҙың мөһим өлөшө. Мейе кәүҙә менән идара иткән кеүек, процессор копьютерҙың башҡа өлөштәре менән идара итер өсөн сигналдар ебәрә.

Процессор инструкциялар тип аталған исемлек буйынса эшләгән электрон машина. Процессор инструкциялар яҙылған исемлекте уҡый, һәм уларҙы башҡара башлай; бер ваҡыт эсендә бер инструкция үтәлә, әммә процессор ҡаһы бер инстукцияларҙы сиратһыҙ башҡара ала. Процессор уҡый алған инструкциялар исемлеген компьютер программаһы тип әйтәләр. Үҙәк процерҙың эшен башҡара алған машиналарҙы йыш Тьюринг машинаһы тип йөрөтәләр, был атама математиканан килгән. Процессорҙың эшләү тиҙлеген герцтарҙа (Гц, Hz) үлсәйҙәр, әммә хәҙерге заман компьютерҙарының процессорҙары бик шәп булғанлыҡтан уларҙы гигагерцтарҙа (ГГц, GHz) үлсәйҙәр. Бер гигагерц – бер миллиард герц.

Функционаллек[үҙгәртергә]

Аҫта үҙәк процессор башҡара алған ҡайһы бер эштәр миҫалға килтерелгән:

  • Ике һанды бер-береһенә ҡушыу
  • Бирелгән һандан ҙурырыған табыу
  • Һанды бер ерҙән икенсе ергә урынлаштырыу
  • Хәтерҙән ханды күсереү
  • Инструкция исемлегендә икенсе урынға күсеү

Бик ҡатмарлы программаларҙы ошо әйтелеп киткән инструкцияларҙы берләштереп башҡарып була. Һәр бер инструкция бик аҙ ваҡыт эсендә башҡарылғас бындай мөмкинлек тыуа. Хәҙерге процессорҙар бер секунд эсендә 1 миллиардтан ашыу инструкциялар башҡара ала. Билдәле бер ваҡыт эсендә үҙәк процессор ни тиклеп күберәк эштәр башҡарһа ул шул тиклем шәберәк тигәнде аңлата. MIPS процессорҙың тиҙтеген үлсәү бер ысулдарҙың береһе. Шулай уҡ Flops һәм процессорҙын такт йышлығы (күбеһенсә ГГц тарҙа үлсәнелә) ысулдары тағы бер үҙәк процессорҙар билдәле бер ваҡыт экендә башҡарған эште үлсәу өсөн ҡулланыла.

Үҙәк процессор логик вентельдарҙан тора; процессорҙа ҡыбырлап торған өлөштәр юҡ. Компьютерҙың процессоры, видеокарта йәки BIOS һымаҡ, башҡа электрон өлөштәр менән тоташҡан була. Ошо периферия ҡоролмаларын, компьютер программаһы яҙыу һәм уҡыу үҙгәртеүҙәренән ҡурсалап махсус компьтер хәтере урынында тота.

Бер-нисә ядролар[үҙгәртергә]

Ҡайһы бер үҙәк процессорҙар бер-нисә ядронан торалар (Multiple Cores). Был бер чипта бер-нисә процессор урынлашҡан тигәнде аңлата, бындай процессор бер үк ваҡытта күберәк эштәр башҡара ала.

Бер-нисә ядролы процессорҙың айрым процессорҙары, шундай уҡ бер ядролы процессорҙар менән сағыштырғанда яйыраҡ булһа ла, процессорҙың тиҙлеге күпкә тиҙерәк була. Был киләһене аңлата: күп ядролы компьютерҙың ГГц әҙерәк булһа ла, дөйөм процессор тиҙлеге күберәк була.