Һандуғас

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡоштар
Соловей.jpg
Һандуғас
Батшалыҡ Хайуандар
Тип Хордалылар
Класс Ҡоштар
Отряд Турғай һымаҡтар
Ғаилә Себен менән туҡланыусылар йәки барҡылдаҡтар
Ырыу Һандуғас
Төр Һандуғас
Халыҡ-ара фәнни исеме
Luscinia T. Forster, 1817



Һандуғас(диалекттарҙа былбыл) (урыҫ. Соловьи́, соловьи́ные) (лат. Luscinia) Турғайҙан бер ни тиклем ҙурыраҡ. Оҙон ғына аяҡлы. төҙөк кәүҙәле ҡош.Ерҙә йәки ағастарҙың аҫҡы ботаҡтарында йөрөйҙәр. Һайрағанда үрге ботаҡтарға күсә. Өҙлөкһөҙ ҡойроғон һелккеләй. Һырты һорғолт көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы аҡһыл һоро. башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел. тоноҡ ҡына тауышлы: "Фьюйт,тррр". Һайрауы һәр кешегә билдәле. Япрағлы һәм аралаш урмандарҙа, туғайҙарҙа, ағаслы һыу буйҙарында йәшәй.төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ерҙә оялай.Ғәҙәттә, 5 бөртөк һарғылт көрән йомортҡа һала.


[үҙгәртергә] Салауат Юлаевтың шиғыры

Һандуғас

Хандугас.jpg

Төнгө тынлыҡ. Ағаслыҡта

Һандуғас моңо.

Күктеме, ерҙеме данлай?

Кем белә уны?

Йырлаймы күктә балҡыған

Ҡояштың нурын?

Әллә айға арнағанмы

Һандуғас йырын?

Әллә арналғанмы ул йыр

Яҡты йондоҙға?

Йәйрәп ятҡан яландарға,

Хәтфә болонға?

Мин белмәйем.

[үҙгәртергә] «Гәлсәр һандуғас»

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы ойошторған республикабыҙҙағы берҙән-бер телевизион проект. Был телефестивалдең маҡсаты булып республикабыҙҙың эстрада йырсылары, йыр авторҙары араһында «иң-иң»дәрҙе билдәләү тора.

[үҙгәртергә] Һылтанмалар

Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары.

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә