Һар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Һар
Һар
Өлкән ҡош
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ыласын һымаҡтар
Ғаилә: Ҡарсығалар
Ырыу: Һарҙар
Төр: Һар
Латинса исеме
Buteo buteo
Linnaeus, 1758
Ареал
рәсем
     Оялау урындары

     Йыл буйы йәшәйҙәр

     Ҡышҡы күсенеү
ITIS 175383
NCBI 30397
Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 160032591

Һар (урыҫ. обыкновенный канюк ) (лат. Buteo buteo)- йыртҡыс ҡош.

Йөкмәткеһе

Ҡылыҡһырлама [үҙгәртергә]

Һар, ҡарғанан ҙурыраҡ. Осҡанда киң ҡанаттарының аҫ яғындағы аҡ һыҙыҡ һәм түңәрәкләнеп торған ҡыҫҡа ҡойроғо күҙгә ташлана, һырты ҡара-көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы арҡыры һәм буй көрән һыҙыҡтар менән биҙәлгән аҡһыл һоро. Ялан һарынан ҡарараҡ төҫө, ә һағыҙаҡ һарынан ҡыҫҡа ҡойроғо менән айырыла.

Тауышы [үҙгәртергә]

Тауышы көслө һәм яңғырауыҡлы: «ҡый-йа, ҡый-йа, ҡый-йа».

Йәшәү рәүеше [үҙгәртергә]

Урманда йәшәй, асыҡ урындарҙа һунар итә. Сысҡандар, йомран, кеҫәртке, йылан менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ағас башында оялай. Ҡара-көрән таплы 2—3 бөртөк йәшкелт аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы кимереүселәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.


Әҙәбиәт [үҙгәртергә]

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр [үҙгәртергә]