Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һаҙ көйөлдөһө, көйөлдөр(средний кроншнеп).
Ҙурлығы өйрәктәй. Оҙон аяҡлы, аҫҡа ҡарай кәкрәйгән оҙон суҡышлы ҙур ғына сәпсәү. Ҡара-көрән-түбәһенең уртаһынан аҡ һыҙыҡ үтә. Күҙҙәре өҫтөндә ҡаш¬тары бар. Дөйөм төҫө һорғолт көрән, төрлө ҙурлыҡтағы буй ҡара һыҙыҡтар менән сыбарланған. Ҡорһағы һәм ҡойроҡ аҫты аҡ. Аяҡтары күкһел һоро. Көйөлдөнән бәләкәйерәк булыуы менән айырыла.
Оҙайлы итеп һыҙғыра: «көйө-көйө-көйө-йөт… өл-өл-өл».
Ҙур күлдәрҙең, ҡылылар¬ҙың батҡыл һөҙәк ярҙарында, һаҙлыҡтарҙа йәшәй.
Төрлө бөжәктәр, еләктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Ояһы ерҙә.
Көрән һәм һоро таптар менән сыбарлан¬ған 4 бөртөк һорғолт көрән йәки йәшкелт зәңгәр йоморт¬ҡаһы була. Ите өсөн аулайҙар.
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986 йыл. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90